

Конкурс Өфөлә “Йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы милләт сәләмәтлеге һағында” республика кулинария форумы сиктәрендә үткәрелде. Белорет командаһы составына “ОптТорг” йәмғиәтенең өс хеҙмәткәре: 31-се балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Гүзәл Веретенникова, Белорет лицей-интернатының өлкән ашнаҡсыһы Марина Коробкина һәм 18-се мәктәп ашнаҡсыһы Юлия Мережникова инде.
Кулинар конкурста республиканан һигеҙ команда ҡатнашты. Ашнаҡсыларға ҡабымлыҡтар, гарнир, икенсе блюдо һәм ондан кулинар изделиелар әҙерләргә ҡушылды.
Аш-һыуҙы Башҡортостандың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы белгестәре, Мәғариф һәм фән министрлығы, “Роспотребнадзор” идаралығы вәкилдәре һәм башҡалар баһаланы.
Ашнаҡсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Күңел йылыһы ҡушып әҙерләгән аш-һыуығыҙҙы балалар аппетит менән ашаһын!