Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2023, 22:59

Өсөһөндә өс өмөт

Бөгөн ҡаланың 17-се гимназияһына өс игеҙәк I класҡа килгән. Буласаҡ химик, геолог һәм математик!

Өсөһөндә өс өмөт
Өсөһөндә өс өмөт

Һәр малайҙың үҙ характеры, үҙ мауығыуҙары бар. Володя белемгә ынтылыусан, ул төрлө мәсьәләләр, кроссвордтар сисергә ярата. Степа тәжрибәләр үткәреүҙе хуп күрә, хатта ата-әсәһенән химияны өйрәнеү өсөн шунда уҡ VIII класҡа яҙҙырыуҙарын һорай. Ә Федя - минералдар фанаты. Әсәһе. ул таштар менән өйҙә тултырҙы инде тип көлә, - тигән район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрҙә. 

Малайҙарҙың гимназияның VIII класында уҡыусы апайҙары ла бар. 

Аҡ юл һеҙгә, барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: