

Әйткәндәй, алдағы уҡыу йылында ил мәктәптәрен байтаҡ яңылыҡтар көтә. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондағы үҙгәрештәргә ярашлы, бынан ары белем биреү учреждениеларында хеҙмәт тәрбиәһе һәм һөнәри йүнәлеш биреү мөһим бурыстарҙан һанала. Уҡыусыларҙы, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, йәмғиәт өсөн файҙалы хеҙмәткә йәлеп итеү күҙаллана: мәктәп яны территорияһында ағас йә сәскә ултыртыу, мәктәпте, класты сараға әҙерләү, театр костюмдарын эшләү, музей йәки китапханаға ярҙам итеү һәм башҡаһы.
2023/24 уҡыу йылының йәнә бер яңылығы - мәктәпте ике “дүртле” менән тамамлаған яҡшы уҡыусылар әүәлгесә көмөш миҙал менән бүләкләнәсәк.
Уҡытыу фәндәренә килгәндә, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” (ОБЖ) “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау” тип үҙгәртелде.
Үҙ сиратыбыҙҙа, барлыҡ ҡыҙ-малайҙарға тырышып ғилем эстәүҙәрен, аң-белем, зиһен туплап, “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Һүрәттә: Рамазан Ишмөхәмәтов менән Айлина Кәримова ҡаланың 14-се гимназияһына, ә Ильяс Шакиров 20-се мәктәпкә I класҡа уҡырға бара.