Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь 2023, 16:36

Мәктәптәр яңы һулыш кисерә

2022 йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау йәһәтенән федераль программа тормошҡа ашырыла башланы. Белем биреү учреждениеларын тулыһынса төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. 2023 йылда, мәҫәлән, 28 муниципалитетта йәмғеһе 70 мәктәпте (77 бина) ремонтлау планлаштырылғайны. Төҙөкләндерелгән белем учреждениелары буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында тора.

Мәктәптәр яңы һулыш кисерә
Мәктәптәр яңы һулыш кисерә

Белем көнөндә районға эш сәфәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде.

 Республика Башлығы Радий Хәбировтың махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән һалдаттарҙың балаларын беренсе класҡа алып барыу тәҡдимен хуплап, Эльвира Ринат ҡыҙы Гөлйыһан исемле бәләкәс  менән ҡаланың 18-се мәктәбендә уҙған тантаналы линейкала ҡатнашты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлйыһандың атаһы - Доставалов исемендәге батальон яугиры Алик Шәрәфетдинов быйыл март айында батырҙарса һәләк булды. Үҙ теләге менән ил һаҡларға китеп, баш һалған ҡаһармандың ғаиләһенә Батырлыҡ ордены тапшырылды.

- Был орден менән үҙ-үҙен аямай кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, утты, һыуҙы кискән тәүәккәл һәм ҡыйыуҙар наградлана. Алик Шәрәфетдинов та Тыуған илен, ерен һаҡлап, алғы һыҙыҡҡа баҫҡан. Лайыҡлы ул, хәләл, атай булған батыр өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, - тине үҙ сығышында Эльвира ханым.

Әйткәндәй, республикала тәүге тапҡыр мәктәп партаһы артына ултырған 589 беренсе класс уҡыусыһының аталары бөгөнгө көндә Украинала хәрби бурысын үтәй.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова оҙатыуында, Эльвира Ринат ҡыҙы быйыл төҙөкләндерелгән белем усаҡтарын күҙҙән уҙғарҙы. 

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау йәһәтенән федераль программа тормошҡа ашырыла башланы. Белем биреү учреждениеларын тулыһынса төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. 2023 йылда, мәҫәлән, 28 муниципалитетта йәмғеһе 70 мәктәпте (77 бина) ремонтлау планлаштырылғайны. Төҙөкләндерелгән белем учреждениелары буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында тора.

Быйыл мәктәптәрҙе яңыртыу һәм йыһазландырыу өсөн 4,3 млрд һум күләмдә аҡса бүленгән, шуның 3,6 млрд һумы - федераль бюджеттан. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был программа иҫке мәктәптәрҙе ысын мәғәнәһендә ҡайтанан “тергеҙергә” мөмкинлек бирә. “Рәсәй Президенты башланғысы менән ғәмәлләшкән белем биреү учреждениеларын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ.   2022 йылда 63 бинаны тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 59 мәктәптең ашханаһын һәм туҡланыу блогын төҙөкләндереп, яңы ҡорамалдар менән тәьмин ҡылдыҡ. Әгәр былтыр был мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль бюджеттан 2,94 млрд һум алһаҡ, быйыл ярҙам 3,6 млрд һумды тәшкил итте. 640 млн һумды иһә төбәк бюджетынан бүлдек.

... Республика буйлап эш сәфәрҙәрендә йөрөгәндә, Президент программаһы буйынса ремонтланған мәктәптәрҙе күрһәтеүҙәрен һорайым - һәм һөҙөмтә һәр саҡ бына тигән. Мораль һәм физик йәһәттән иҫкергән белем усаҡтары танымаҫлыҡ булып үҙгәрә”, - ти төбәк Башлығы проекттың әһәмиәтен аңғартып.   

Быйыл райондың дүрт белем биреү объектында: ҡаланың 8-се, 18-се, 20-се һәм Ломовка мәктәбендә капиталь төҙөкләндереү эштәре алып барылды. 2024 йылда иһә 10-сы мәктәп, лицей-интернат, Сермән, Боғанаҡ мәктәптәрен ремонтлау планлаштырылған. Шуны ла билдәләү зарур: уҙған йыл мәғариф идаралығы заказ биреүсе булһа, быйыл яуаплылыҡты район хакимиәте үҙ өҫтөнә алды. Был иң элек төҙөкләндереү эштәре барышын ҡәтғи контролдә тотоу зарурлығы менән аңлатыла.

18-се, 20-се һәм Ломовка мәктәбе яңы уҡыу йылы башына ғәмәлдә әҙер тип иҫәпләнә, ә бына 8-се мәктәп менән хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Хәйер, был белем усағы өр-яңынан төҙөлдө тиергә мөмкин. Реконструкция һәм төҙөлөш заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы тора. Подрядсы ойошма менән төҙөлгән килешеү буйынса, объект 2023 йылдың 30 ноябрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әлеге мәлдә мәктәптең ҡайтанан тергеҙелгән бинаһы һәм  өс ҡатлы яңы корпусының әҙерлек кимәле яҡынса 90 процентты тәшкил итә.

- Фасад эштәре, ниһайәт, тамамланыу өҫтөндә. Параллель рәүештә бинаның эске яғын биҙәү йәғни шпаклевкалау, буяу эштәре атҡарыла. Түшәм, ишектәр әҙер, иҙәнгә ни бары линолеум ғына йәйергә ҡалды. Мәктәп яны майҙансығына ваҡланған таш, асфальт түшәү ҙә күп ваҡытты алмаясаҡ. Әйткәндәй, территорияла теннис, волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтарын берләштергән спорт ядроһы төҙөлһә, мәктәп алдында резина япмалы 2 уйын майҙансығы буласаҡ, - ти “Геострой” йәмғиәтенең өлкән прорабы Алексей Чалов.

Подрядсы компания төҙөлөш эштәрен октябрь-ноябрь айҙарында, йәғни икенсе сиреккә тиклем тамамларға вәғәҙәләй. Тимәк, көҙгө каникулдарҙан һуң, ниһайәт, заман талаптарына яуап биргән иркен, матур белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ.

18-се мәктәптең, нигеҙҙә, туҡланыу блогына бәйле төҙөлөш эштәре ҡалһа, 20-се һәм Ломовка мәктәптәре уҡыусыларҙы сынъяһау кабинеттарҙа ҡаршы алды. Айырыуса 1962 йылда нигеҙ һалынған Ломовка мәктәбенең бер нисә ай эсендә заманса күркәм белем усағына әүерелеүе мөғжизәгә тиң. Ил Президенты бойороғона ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Халыҡ программаһы арҡылы ғәмәлләшкән капиталь ремонттан һуң шыҡһыҙ, шөкәтһеҙ бина өр-яңы һулыш алған. Бынан тыш, һәр кабинет интерактив таҡталар менән йыһазландырылған, технология дәрестәре өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырылған. Ә яңыртылған ашхана иһә 1 сентябрҙә үк уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин иткән. Әлбиттә, туған мәктәптәре өсөн балалар ҙа, мәктәп коллективы ла, атай-әсәйҙәр ҙә сикһеҙ шат. “Белем-тәрбиә алыу, үҫешеү өсөн хәҙер бөтөн шарттар ҙа бар”, - ти улар.   

Үҙ сиратында, Эльвира Айытҡолова төҙөкләндереү эштәрен ал-ялһыҙ контролдә тотҡан, район хакимиәте һәм подрядсы ойошма менән килешеп эшләй белгән директорҙар корпусына һәм уларҙың командаһына сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Эш сәфәре барышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ҡаланың 3-сө мәктәбендә ойошторолған ҡул һуғышы буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараны. “Был күнекмәләр хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау дәрестәрендә лә ҡулланылыр, моғайын. Үҙеңде яҡлай белеү - һәр кем өсөн зарури оҫол”, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: