Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Сентябрь 2023, 13:01

Педагогтарға - Башҡортостан Башлығы премиялары

Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөндә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсы һәм уның барышында уҙғарылған «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте.

Педагогтарға - Башҡортостан Башлығы премиялары
Педагогтарға - Башҡортостан Башлығы премиялары

Конкурс 2023 йылдың февраль-март айҙарында ойошторолдо, Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларынан 91 педагог үҙ оҫталығын күрһәтте, уларҙың 30-ы туған тел уҡытылған төркөмдәрҙә эшләй.

«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында Өфө районы Жуков ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Арина Баҡыева еңеү яуланы. Сентябрҙә Арина Баҡыева Волгоград өлкәһендә үткән «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» XIII Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтте.

«Туған тел уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, Өфөнөң 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһында «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсында ҡатнашты. Педагог конкурстың барлыҡ һынауҙарын уңышлы үтеп, лауреат исемен, шулай уҡ «Иң яҡшы дәрес өсөн халыҡ тауыш биреүе» һәм «Иң яҡшы медиавизитка» номинацияларында еңеү яуланы.

Башҡортостан Башлығының республика һөнәри конкурсы лауреаттары исеменә лайыҡ тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға тәүге дипломдарҙы республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тапшырҙы. Ул лауреаттарға артабанғы эштәрендә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-28/v-ufe-pedagogam-doshkolnogo-obrazovaniya-vruchili-premii-glavy-bashkortostana-3457319

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: