Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Октябрь 2023, 17:34

Көҙгө каникул 28 октябрҙә башлана

Башҡортостанда көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм 6 ноябргә тиклем дауам итә. 

Көҙгө каникул 28 октябрҙә башлана
Көҙгө каникул 28 октябрҙә башлана

 Уҡыусылар 7 ноябрҙә генә уҡырға бара, сөнки 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Быйыл ул шәмбегә тура килә, шуға күрә ял дүшәмбегә, йәғни 6 ноябргә күсерелә. Шулай итеп, уҡыу йылының икенсе сиреге бер көнгә һуңыраҡ башлана. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте. Ведомство етәксеһе уҡыусыларға хәүефһеҙлек саралары һәм ҡағиҙәләре хаҡында ла иҫкә төшөрҙө.

«Көндәр һыуытыу менән юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә, һыу ятҡылыҡтары йоҡа боҙ менән ҡаплана - һаҡ булығыҙ, һыуға яҡын килмәгеҙ! Йәйәүлеләр үткәүеленән сығыр алдынан велосипедтан йәки самокаттан төшөгөҙ, смартфонға ҡарамағыҙ, наушникты сисегеҙ. Юл аша тейешле урында, светофорҙың йәшел утына, машина юҡлығына ышанғас ҡына сығырға кәрәк. Иғтибарлы булыу мөһим! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип яҙған ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-17/v-bashkirii-osennie-kanikuly-u-shkolnikov-nachnutsya-s-28-oktyabrya-3481731

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: