Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2023, 17:01

Йәш шайморатовсылар клубтарын асырға йыйыналар

Башҡортостанда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм 1-4 класс уҡыусылары өсөн йәш шайморатовсылар клубтары барлыҡҡа килеүе ихтимал. 

Йәш шайморатовсылар клубтарын асырға йыйыналар
Йәш шайморатовсылар клубтарын асырға йыйыналар

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов хәбәр итте.

Студия ҡунағы билдәләүенсә, хәҙер Башҡортостанда Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 185 махсус класс эшләй, унда дүрт меңдән ашыу бала шөғөлләнә, был һан йылдан-йыл арта.

«Йәй һәм ҡыш көндәрендә данлыҡлы генерал исемендәге күсмә кубокка шайморатов уйындары ойошторабыҙ. 2023 йылда тәүге тапҡыр биш көнлөк ике профилле смена эшләне, тәүҙә — бишенселәр, аҙаҡ 6-7 кластар өсөн. Балалар хәрби һәм тактик күнекмәләрҙе үҙләштерҙе, медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде. Киләһе йылда республикала «Патриот» паркы филиалдары асылғас, ошондай сменалар булдырырға әҙерләнәбеҙ», — тип һөйләне Илдус Ҡаһарманов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Тәүгеләре Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль мәктәптәрендә асылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-26/v-bashkirii-planiruyut-otkryt-kluby-yunyh-shaymuratovtsev-3494641

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: