Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2023, 10:27

Өйгә эштәрҙе тикшереүҙән азат итеүҙәре ихтимал

Рәсәйҙә дөйөм белем биреү өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһын индереү планлаштырыла, ул өйгә эштәрҙе автоматик рәүештә тикшереүҙе күҙ уңында тоторға тейеш, тип хәбәр итә РИА Новости һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Олег Качановҡа һылтанма менән.

Өйгә эштәрҙе тикшереүҙән азат итеүҙәре ихтимал
Өйгә эштәрҙе тикшереүҙән азат итеүҙәре ихтимал

Был уҡытыусыларҙың эшен кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта белем биреү сифатына талаптарҙы үтәү мотлаҡ.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республика уҡытыусыларына ярҙам саралары хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-27/rossiyskih-uchiteley-mogut-osvobodit-ot-proverki-domashnih-zadaniy-3495970

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: