Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Октябрь 2023, 16:28

Халыҡ-ара форумда лайыҡлылар билдәләнде

Билдәле булыуынса, 26-27 октябрҙә Өфөлә полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум үтте. Сара полимәҙәни белем биреү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә полилингваль белем биреүҙе үҫтереүҙең иң яҡшы практикаларын һәм перспективаларын эшләү майҙансығына әйләнде.

Халыҡ-ара форумда лайыҡлылар билдәләнде
Халыҡ-ара форумда лайыҡлылар билдәләнде

Форум эшендә федераль закон сығарыу һәм башҡарма хакимиәт органдары, мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе ғәмәлгә ашырыусы Рәсәй субъекттары дәүләт хакимиәте органдары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, фәнни ойошмалар белгестәре, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Республикаһының полилингваль һәм билингваль белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм педагогтары ҡатнашты.

Форумдың беренсе көнө программаһы белем биреү ойошмаларына, юғары уҡыу йорттарына барыуҙы, шулай ук экскурсияларҙы, оҫталыҡ дәрестәрен, проекттар яҡлауҙы һәм форумда ҡатнашыусылар менән “түңәрәк өҫтәл”де үҙ эсенә алды.

Форумдың икенсе көнө тантаналы сара менән асылды. Унда башҡорт, рус, туған телдәр уҡытыусылары, ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә, күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларында белем биреүсе педагогтары бүләкләнде. Республиканың 100 уҡытыусыһы Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата бүләгенә – 50-шәр мең һум премияға лайыҡ булды.
- Балаларға белем һәм тәрбиә биреүсе уҡытыусыларҙы бүләкләү барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға. Һуңғы биш йылда республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт тарафынан туған телдәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән, төбәктә системалы эш алып барыла. Беҙҙең ил милләттәр, халыҡтар, телдәр төрлөлөгө менән бай һәм көслө. Республикала күп төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй,  уҡыусылар туған телен өйрәнеп үҫһен өсөн шарттар тыуҙырыла. Шуныһы мөһим, “Уҡытыусы һәм остаз йылы”нда туған тел уҡытыусыларына премиялар күләме арттырылды, - тине мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин тантананы асып.
Бүләкләнеүселәр араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының булыуы айырыуса һөйөнөслө. Төрлө райондарҙа уҡыусыларға туған тел серҙәрен төшөндөрөүсе, әсә телен күҙ ҡараһындай һаҡлаған мөғәллимәләр – күп һанлы бәйгеләр еңеүселәре.  Уларҙың хеҙмәтен дәүләт кимәлендә баһалау республика туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙең бер матур күрһәткесе ул. Форумда Белорет ҡала-районынан бер төркөм педагогтар ҡатнашты. Премияға лайыҡ булыусылар араһында күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыусы мөғәллимәләр – ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина һәм Сосновка урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Әбсәләмованың да булыуы ҡыуаныслы.
- Форум беҙҙә ыңғай тәьҫораттар уятты. Полилингваль белем биреү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу фәһемле булды. Республикала полилингваль мәктәптәр асылыуы, уларҙа көслө уҡытыусыларҙың белем биреүе ғорурлыҡ хистәре уята, - тине белореттар.  
Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, республика Башлығы ярҙамында полилингваль белем биреү проекты һуңғы йылдарҙа яңы, заманса кимәлгә күтәрелде. Тел мәктәптәренә ихтыяж арта. Ата-әсәләр ҙә балаларының үҫеүенә мөмкинлектәр биргән уҡыу йорттарын һайлай.

2020 йылда республика Хөкүмәте полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү концепцияһын раҫланы. Улар Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары базаһында полилингваль белем биреүҙе ғилми-методик оҙатыу буйынса иннновацион майҙансыҡтар эшләй. Бынан тыш, министрлыҡ Белорет районында урынлашҡан Республика полилингваль белем биреү үҙәге булдырыуға тотона. Балалар унда профилле сменалар һәм уҡыу-күнекмәләр мәлендә ял итә һәм белем аласаҡ, - тине министр.

Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: