Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Ноябрь 2023, 13:08

Анастасия - Башҡортостан Башлығы стипендианты

Белорет педагогия колледжының IV курс студенты Анастасия Попова Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.

Анастасия - Башҡортостан Башлығы стипендианты
Анастасия - Башҡортостан Башлығы стипендианты

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Ауыл хужалығы министрлығында республикабыҙҙың махсус белем биреү системаһының иң яҡшы студенттары билдәләнде. Был ижади, креатив, төрлө чемпионаттарҙа еңеү яулаған 150 студент.

Анастасия Попова педагогия колледжында уҡыған йылдарында һөнәри оҫталыҡ буйынса бәйгеләрҙең һайлап алыу турҙарынан алып  технологиялар чемпионатына тиклем барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үтә. Быны уның алтын һәм бронза миҙалдары раҫлай.

Бөгөн Анастасия ҡаланың 21-се мәктәбендә башланғыс кластарҙа белем бирә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: