Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2023, 16:05

150 йәш ауыл уҡытыусыһына аҡса бирелә

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләп йөрөгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты бирелә. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ошо ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

150 йәш ауыл уҡытыусыһына аҡса бирелә
150 йәш ауыл уҡытыусыһына аҡса бирелә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына 15 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында эшләгән  35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта конкурс еңеүселәре аҡса алғандан һуң Башҡортостандың бер үк районындағы төп белем биреү ойошмаларында ун йылдан ашыу эшләргә бурыслы. Конкурсҡа документтар тапшырған көнгә эшләп йөрөгән учреждениела иһә өс йыл.

2019 йылдан 375 йәш ауыл уҡытыусыһы ошондай грант алған. 2023 йылда республика Башлығы ҡарары менән гранттар 150-гә еткерелгән.

690-шар мең алыусылар исемлегендә Тимер юл ауылы мәктәбенең инглиз тел уҡытыусыһы Эльза Сәхәүетдинова һәм Ломовканан физкультиура уҡытыусыһы Виктория Косарева ла бар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: