Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь 2023, 10:18

Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?

"Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" республика конкурсы еңеүселәре билдәле булды.  

Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?
Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?

Ун белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары иң яҡшылары тип табылды. Дыуан районының Мәсәғүт гимназияһы, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, Хәйбулла районының Бүребай мәктәбе, Баймаҡ районының Ярат мәктәбе, Илеш районының Үрмәт мәктәбе, Мәләүез районының Нөгөш мәктәбе, Ҡариҙел районының Байҡыбаш мәктәбе, Сибай ҡалаһы гимназияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Н.И.Суханов исемендәге 33-cө мәктәбе, Өфө ҡалаһының 114-се белем үҙәге кабинеттарын мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырылды. 

Башҡорт теле уҡытыусыларын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: