Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2023, 13:30

Мәктәптәрҙә ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙә яҡынлашып килгән ҡышҡы каникул хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Мәктәптәрҙә ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды
Мәктәптәрҙә ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды

«Уҡыу йылының икенсе сиреге бөтөп килә. Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 30 декабрҙә башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. 2024 йылдың 9 ғинуарында балаларҙы мәктәпкә көтәбеҙ. Хөрмәтле коллегалар! Мәктәп каникулы алдынан үҙ-үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрөргә кәрәк», - тип билдәләне министр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: