Бинаны реконструкциялау, төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса, 2021 йылда башланды. Быға тиклем мәктәп иҫке корпустың авария хәлендә булыуы арҡаһында өс йыл эшләмәй торҙо. 500-ҙән ашыу бала ҡаланың 18-се мәктәбендә уҡырға мәжбүр булды.
Проект ике этапҡа бүленгән. Тәүге этапта төп бина реконструкцияланып, эргә-тирәләге территория төҙөкләндерелде. Был эштәр 2023 йылдың аҙағына тиклем дауам ҡылды. Яңыртылған иркен бинала иһә 800 уҡыусы уҡый ала. Икенсе этапта 2024 йылда физкультура-һауыҡтырыу зонаһын төҙөү ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 8-се мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе иҫтәлекле ваҡиға арҡылы ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе:
- 2018 йылда, Белоретҡа тәүге эш сәфәрҙәремдең береһендә, урындағы халыҡ мәктәпте реконструкциялауға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәйне. Аллаға шөкөр, эштәрҙе тамамланыҡ. Хәҙер был мәктәп - иң яҡшы, заманса белем усаҡтарының береһе. Ғөмүмән, Белорет районының мәғариф системаһында һәләтле сығарылыш уҡыусылары бик күп, шуға күрә һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Изге сәғәттә!» - тине етәксе.
Үҙ сиратында, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта республиканың идара итеү командаһына сикһеҙ рәхмәтен белдереп, яңыртылған мәктәптең муниципалитет территорияһында иң заманса белем биреү учреждениеһы булыуын билдәләне. 8-се мәктәп директоры Татьяна Нужина ла педагогтар, атай-әсәйҙәр һәм уҡыусылар исеменән төбәк етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.