Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар , 18:17

Ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы 2024 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителеүе тураһында иҫкә төшөрә. Ҡатнашыусылар ғаризала БДИ тапшырырға теләгән предметтарҙы һанап сығырға тейеш, шул уҡ ваҡытта төрлө күләмдә предметтарҙы күрһәтергә мөмкин.

Ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә
Ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә

Ағымдағы йылда мәктәпте тамамлаусылар дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн уҡыу урыны буйынса ғариза бирә. Үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм колледж студенттары имтихан тапшырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән урындарға ғариза бирергә тейеш. Теркәлгән урыны: Белорет,  Мәғариф идаралығы (К. Маркс урамы, 49, 17-се бүлмә).
Уҡыусылар һәм үткән йылдарҙа мәктәп тамамлағандар ғаризаны уҡыу урыны буйынса үҙҙәре, паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы менән уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) тапшыра.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ғариза биргән саҡта психолог-медик-педагогик комиссияның  төп нөсхәһен йәки тейешле рәүештә раҫланған күсермәһен күсермәһен, ә инвалидлығы булғандар белешмәнең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен күрһәтергә тейеш. Үткән йылдарҙа мәктәп тамамлағандарҙың белем тураһында документтарының төп нөсхәләре йәки уларҙың раҫланған күсермәләре кәрәк.

Үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары ғариза биргәндә белем тураһында документтарҙың төп нөсхәләрен йәки уларҙың раҫланған күсермәләрен, колледж студенттары урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереүҙе йәки ағымдағы уҡыу йылында урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереүҙе раҫлаусы белем биреү эшмәкәрлеген алып барған ойошманан белешмә тапшыра.

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар 1 февралдән һуң документтар менән раҫланған етди сәбәптәре (ауырыу йәки башҡа сәбәптәр) булғанда ғына БДИ-ла ҡатнашыу тураһында ғариза бирергә хоҡуҡлы. Был осраҡта күрһәтелгән шәхестәр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһына (450077, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 106-сы кабинет) БДИ-ла ҡатнашыу тураһында ғариза, шулай уҡ билдәләнгән ваҡытта һынауҙа ҡатнашыу тураһында ғариза тапшырыу мөмкинлеге булмауын раҫлаған документтар бирә. Күрһәтелгән ғаризалар тейешле имтихан башланғанға тиклем ике аҙнанан да һуңға ҡалмайынса (450077,  Өфө ҡалаһы, Театр урамы,  5/2, 106-сы кабинет) тапшырылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының " Берҙәм дәүләт имтиханы ҡыҙыу линияһы " телефондары буйынса белешмәләр: 8 (347) 218-03-81, 8 (347) 218-03-28.

Белорет районы муниципаль районының мәғариф идаралығы телефондары буйынса белешмәләр: 8 (34792) 3-41-17, 8 (34792) 3-41-03.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: