Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль , 13:25

Ике яңы фән уҡытыла башлай

Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан ике яңы фән уҡытыла башлай.  

Ике яңы фән уҡытыла башлай
Ике яңы фән уҡытыла башлай

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, федераль законға үҙгәреш индерелде. Дәреслеккә “Тыуған илде яҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре”, шулай уҡ “Хеҙмәт” (“Технология”) тигән фәндәр индерелә. Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәргә ярашлы, уҡыусылар мәктәп мөлкәтенә һаҡсыл ҡарарға, таҙалыҡ һәм тәртип һаҡларға тейеш.

Был предметтар әле бар, әммә улар буйынса программа үҙгәртеләсәк. Мәҫәлән, "Ватан именлеге һәм оборонаһы нигеҙҙәре"нә яңы "Шәхестең, йәмғиәттең, дәүләттең хәүефһеҙ һәм тотороҡло үҫеше" һәм "Хәрби әҙерлек. Хәрби белемдәр нигеҙҙәре" модулдәре индерелә.  Ҡалған модулдәр үҙгәрешһеҙ ҡала.

"Хеҙмәт (технология) " предметы буйынса программа ла төҙәтеләсәк. Бөгөн мәктәптәрҙә берҙәм программа юҡ: ҡайһы бер балалар тик көнкүреш оҫталыҡтарын ғына өйрәнә, ә ҡайһы берҙәрендә робототехниканы өйрәнәләр. Хәҙер предмет сиктәрендә мотлаҡ һәм вариатив модулдәр ҙә буласаҡ. Мотлаҡ уҡыу курстары иҫәбенә "Производство һәм технологиялар", "Материалдарҙы һәм аҙыҡ-түлекте эшкәртеү технологиялары", "Компьютер графикаһы. Черчение", "Робототехника" һ.б. Һайлау буйынса модулдәргә "Автоматизацияланған системалар", "Малсылыҡ" , "Үҫемлекселек" инә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: