Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Июнь , 01:29

69-cы тапҡыр үтә

Был ҡыҙ һәм үҫмерҙәргә ҡарағыҙ әле! Улар барыһы ла – ҡала һәм район мәктәп уҡыусыларының 69 туристик слетында ҡатнашыусылар.

69-cы тапҡыр үтә
69-cы тапҡыр үтә

Ул Азапкин утары яланында, Ағиҙел ярында асылды. Дүрт көн дауамында 34 ҡала һәм район мәктәптәренән, Белорет педагогия колледжынан 400-гә яҡын бала һәм үҫмер палаткаларҙа йәшәп, һынауҙар үтә, төрлө дистанцияларҙа ярыша һәм, әлбиттә, ял итә. аралаша.

- Бөтә командаларҙы педагогтар оҙатып йөрөй, һәр ваҡыт тәжрибәле туристар, Белорет туризм үҙәгенән ойоштороусылар бар. Беҙҙең районда ошондай балалар өсөн турслет һаҡланып ҡалыуы менән ғорурланабыҙ. Ул иң күп һанлы һәм бик ҙур тарихлы. Уйлап ҡарағыҙ әле - ул 69 йыл үтә! Йәш туристарҙың программаһы бай: тыуған яҡты өйрәнеү буйынса викторина, конкурстар, урындағы ориентирлашыу, туристик күнекмәләр буйынса ярыштар, поход шарттарында көнкүреште ойоштороу һәм башҡалар.

Слетта ҡатнашыусыларҙың кйефе көр, шарттар яҡшы. Һыу менән тәьмин итеү, утын, медицина пункты ойошторолған, төнгө ваҡытта слет үткәреү урыны Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлана. Дөйөм зачетта призлы урындар алған командалар иҫтәлекле приздар, туристик сәйәхәттәр һәм грамоталар менән бүләкләнәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға яҡшы һауа торошо, яҡшы кәйеф, физик сыҙамлыҡ һәм дистанцияларҙы үтеүҙә уңыштар теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта слетты асып.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: