Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июнь , 18:22

Имтихандар тапшырылды, алда - яулайһы үрҙәр

Башҡортостанда имтихандар тамамланды, cығарылыш уҡыусылары бөгөн аттестат алды, берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре билдәле булды.

Имтихандар тапшырылды, алда - яулайһы үрҙәр
Имтихандар тапшырылды, алда - яулайһы үрҙәр

Белорет районында Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү өсөн ике пункт булдырылған (21-се мәктәп базаһында - 411, 3-сө мәктәп базаһында- 412), улар видеокүҙәтеү саралары, блокираторҙар, металл детекторҙары һәм металл эҙләүсе приборҙар менән йыһазландырылған. Роспотребнадзорҙың санитар-эпидемиологик рекомендацияларҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм нормативтарҙы иҫәпкә алып, БДИ-ны үткәреү буйынса бөтә тәҡдимдәре лә үтәлә.

Быйыл БДИ тапшырыу өсөн төп осорға 384 сығарылыш уҡыусыһы теркәлгән, мәктәптәрҙең педагогия советы ҡарары буйынса бөтә сығарылыш уҡыусылары ла БДИ-ға индерелгән. Берҙәм дәүләт имтиханы түбәндәге уҡыу предметтары буйынса үткәрелде: рус теле, профиль кимәлендәге математика, базакимәлендәге математика, әҙәбиәт,физика, химия, биология, география,тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит илтеле (инглиз теле), информатика һәммәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ) компьютер формаһында һәм башҡорт теле Берҙәм Республика имтиханы формаһында. 2024 йылда түбәндәге мәктәптәрҙең өс сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балғатапшырҙы. 17-се гимназияны тамамлаған Анна Степанова (уҡытыусыһыЕлена Соловьева) - химия буйынса,1-се мәктәпте тамамлаған Яна Максимова (Марина Медведева) – рустеленән, 17-се гимназиянан НикитаШошин ( Фәрвизә Йәғәфәрова) математика буйынса профилле кимәлдә максималь балл йыйған. Шулайуҡ Берҙәм Республика имтиханыбуйынса 100 балл Яныбай Хамматовисемендәге башҡорт гимназияһыуҡыусыһы Ильяс Шаһияздановта(уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова).

Юғары балл йыйғандар бөтә фәндәр буйынса ла күҙәтелә.4 һәм 5 июлдә быйылғы сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн БДИ буйынса һөҙөмтәләрен яҡшыртыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бындай мөмкинлек беренсе тапҡыр бирелә. Яңынан тапшырыу өсөн 73 кеше ғариза биргән, уларҙан күбеһе - "Йәмғиәтте өйрәнеү" һәм "Информатика" предметтарын һайлаған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: