Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Август , 10:49

Уҡыу йылы бер көнгә һуңғараҡ башлана

Башҡортостан мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы бер көнгә һуңғараҡ башлана. Был турала төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

Уҡыу йылы бер көнгә һуңғараҡ башлана
Уҡыу йылы бер көнгә һуңғараҡ башлана

“Хөрмәтле уҡыусылар, коллегалар, атай-әсәйҙәр! Белем көнөнә бәйле бик күп һорауҙар тыуа. Ғәҙәттә, белем биреү ойошмаларында уҡыу йылы 1 сентябрҙән башлана. Әгәр был көн йәкшәмбегә тура килһә, Белем көнө унан һуңғы беренсе эш көнөнә күсә. Шулай итеп, 2024-2025 уҡыу йылы быйыл 2 сентябрҙә башлана”, - тип аңлатма бирҙе министр.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: