Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август , 11:45

Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү буйынса бер төркөм мобиль ҡушымта булдырылды

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя селтәрендә башҡорт телен ҡулланыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән бер төркөм ҡушымталар һәм башҡа проекттар булдырҙы. Мәҫәлән, башҡорт программистары балалар өсөн «Әлләсе», «IQbalaBash» һәм «Inofon BASH» мобиль ҡушымталарын эшләне.

Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү буйынса бер төркөм мобиль ҡушымта булдырылды
Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнеү буйынса бер төркөм мобиль ҡушымта булдырылды

Билдәле «Алиас» («Әлләсе») уйынының башҡортса мобиль версияһы барлыҡҡа килде. Уйын барышында карточкала тәҡдим ителгән һүҙҙе икенсе һүҙҙәр менән аңлатырға кәрәк. Уйындың йәш сикләүҙәре юҡ. Уны башҡорт теле дәрестәрендә лә, рәсми булмаған шарттарҙа ваҡыт үткәреү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. «Алиас» ижади фекерләүҙе, логиканы, риториканы үҫтерә, башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итә.

«Inofon BASH» ҡушымтаһы иң киң таралған 400-ҙән ашыу һүҙҙе өйрәнергә мөмкинлек бирә. Өйрәнелгән бөтә һүҙҙәр ҙә теге йәки был тормош ситуацияларын һүрәтләгән темаларға берләштерелә һәм сюжет иллюстрациялары рәүешендә бирелә. Уйынсылар һүрәттән диктор атаған предметты табырға, һүҙҙең уның яңғырашын һәм яҙылышын иҫтә ҡалдырырға тейеш. Һүҙҙәрҙе иллюстрациялар менән бәйләп биреү кәрәкле һүҙҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә, тип билдәләне уҡытыусылар.

«IQ Balabash» белем биреү мобиль ҡушымтаһы Ҡаҙағстан программистары менән берлектә булдырылған. Ул балаларға тирә-яҡ донъяны ҡыҙыҡлы уйын ярҙамында өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Ҡушымта 14 тематик классификатор буйынса башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә. Ул һүрәттәр, 3D анимация, логиканы, хәтерҙе һәм моториканы үҫтереү өсөн уйындар менән байытылған.

«IQ Balabash» — башҡорт телендәге тәүге ҡушымта булды. Был бик күп ирекмәндәрҙең, шул иҫәптән материалдарҙы бөтөнләй бушлай тауышландырған «Тамыр» телестудияһының эше ине. 2019 йылға тиклем башҡортса ҡушымталар булманы. Кемгәлер оҡшамаһа ла, хәҙер балалар интернетта йәшәй, уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк», — тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Юсупова. «Шул ваҡыттан бирле бер нисә ҡушымта булдырҙыҡ һәм артабан да эшләүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл Мәскәү ирекмәндәре менән берлектә «Туған тел» программаһын эшләнек, ул башҡорт телен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән. Ҡушымтала әлеге ваҡытта 20 дәрес бар һәм ул даими яңыртыласаҡ».

Өлкәндәр өсөн быға тиклем «Сәләм» башҡортса һөйләшеү ҡушымтаһы, «Эшлекле башҡорт теле» кеүек мобиль ҡушымталар эшләнгәйне.

Программистар әйтеүенсә, «Сәләм» 39 бүлектән тора, уларҙың һәр береһендә өсәр дәрес, бөтәһе 117. Дәрестәр ябайҙан ҡатмарлыға тиклем төҙөлгән, тел ҡыҫҡа күнегеүҙәр ярҙамында өйрәтелә. Шулай уҡ 1500 һүҙҙе һәм һүҙбәйләнеште үҙләштереү мөмкинлеген биргән 800 тест һорауы бар. Һүҙлек көндәлек тормошта иң киң таралған һүҙҙәрҙән тупланған.

«Эшлекле башҡорт теле» – эшлекле аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтеүсе, үҙ аллы эшләү өсөн күнегеүҙәрҙе һәм «Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек-белешмәһе»н үҙ эсенә алған интерактив дәреслек. Ҡушымтала иң йыш төҙөлгән эшлекле ҡағыҙҙар өлгөләре бирелгән.

Был ҡушымталарҙың барыһы ла Android-ҡа һәм iOS-ҡа күсерергә мөмкин.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә балаларға башҡорт телен еңел һәм күңелле өйрәнеүү өсөн булдырылған «Әлифба» анимацион серияһының сығыуы хаҡында һөйләгәйне. «Балалар өсөн башҡорт телен уҡытыу шулай булырға тейеш - мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм ябай», — тип тәҡдим итте ул.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-08-15/bash-ortostanda-bash-ort-telen-yr-ne-buyynsa-ber-t-rk-m-mobil-ushymta-buldyryldy-3887087

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: