Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август , 15:53

Мәғариф - ил үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше

Ҡала Мәҙәниәт һарайында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы.

Мәғариф - ил үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше
Мәғариф - ил үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше

"Киләсәк бөгөнгөбөҙҙә: мөмкинлектәр киңлеге булараҡ тәрбиә системаһы" атамаһы аҫтында ойошторолған мөһим сарала район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Точилкин, район мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын  башҡарыусы Эдуард Камалов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнашты.  
Уҡыусыларҙың сығыштарынан торған сағыу прологтан һуң, тантаналы рәүештә “Йыл уҡыусыһы - 2024” конкурсы еңеүселәре баһаланды. Йомғаҡтар буйынса, VII-VIII класс уҡыусылары араһында 14-се гимназияның VIII класс уҡыусыһы Йәмилә Дәүләткирәева - I, Егәҙе ауылы мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Илгизәр Зарипов - II, 17-се гимназияның VIII класс уҡыусыһы Кирилл Швырков - III; IX-XI кластар араһында 17-се гимназияның XI класс уҡыусыһы Никита Шошин - I, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусыһы Евгений Ручкин - II, 1-се мәктәптең X класс уҡыусыһы Максим Ручушкин III урындар яулап, Диплом һәм аҡсалата приздар менән тәбрикләнделәр.  
Пленар өлөштә тәүгеләрҙән булып сығыш яһаған Марат Ғәзизов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың мәғариф системаһын үҫтереү, камиллаштырыу йәһәтенән билдәләгән төп бурыстарҙы барланы. Хәйер, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә эҙмә-эҙлекле һәм системалы аҙымдар яһалды. Радий Хәбиров мәғарифты үҙ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип атаны.
- Республикала мәғариф системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн мотивация системаһы булдырыла, илдең иң яҡшы уҡытыу тәжрибәһе индерелә. Радий Фәрит улы мәктәптә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәғариф учреждениеларында бөйөк ил улы Миңлеғәле Шайморатов хөрмәтенә 186 класс асылды. 2022 йылдан Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа арналған "Патриот" хәрби-патриотик паркы эшләй, - тип билдәләне Марат Әсхәт улы. 
Эйе, төбәктә белем алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн күләмле һәм мөһим эштәр башҡарыла. 2019-2023 йылдарҙа ғына Башҡортостанда 777 бина ремонтланған: уңайлы, йылы бәҙрәфтәр булдырыу, аҙыҡ блоктарын, спорт залдарын төҙөкләндереү, мәктәпте электр ярҙамында йылытыуға күсеү, өҫтәмә уҡыу урындары булдырып, 2-се сменаны бөтөрөү ише бурыс-маҡсаттар планға ярашлы ғәмәлләшкән. 
 - Алға барыуҙы дауам итәбеҙ. Әлбиттә, эш күп әле. Иң мөһим бурыстарҙың береһе - Президент программаһы буйынса 31 мәктәпте капиталь ремонтлау, шуларҙың алтауһын быйыл һәм 25-ен киләһе йылда тамамлайбыҙ. Шулай уҡ быйыл 9 мең урынлыҡ 8 мәктәпте файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ, улар  “Мәғариф” милли проекты бу-
йынса төҙөлә, - ти Радий Хәбиров.
2023 йылда республика уҡыу йорттары биналарын тулыһынса яңыртыуға йәлеп ителгән федераль средстволар һәм ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне (Рәсәй буйынса иһә - өсөнсө һәм икенсе). Мәктәп мәғарифы системаһын ошондай күләмле, комплекслы реновациялау республика тарихында тәүге тапҡыр үткәрелә. Төбәк етәксеһе ил Президенты тарафынан булдырылған был программаның мөһимлеген күп тапҡырҙар билдәләне.
Башҡортостанда заманса белем биреү технологиялары - һанлы дәреслектәр, интерактив таҡталар, махсус сервистар һәм башҡа инновациялар әүҙем ҡулланыла. "Һанлы белем биреү мөхите" федераль проектының төп маҡсаты - заманса һәм хәүефһеҙ һанлы белем биреү мөхитен булдырыу. Ошо йәһәттән төбәктең 945 белем биреү ойошмаһында матди-техник база яңыртылған. Федераль бюджеттан бүленгән аҡсаның дөйөм күләме - 1,52 миллиард һум.
2019-2023 йылдар арауығында 650 белем биреү ойошмаһы һанлы ҡорамалдар комплекты менән йыһазландырылған, 665 "Үҫеш нөктәһе", 9 "IT-куб", 3 "Кванториум" балалар технопаркы булдырылған, 2 мобиль технопарк һатып алынған.
Республикала шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы мәктәптә уҡытыуҙы күҙ уңында тотҡан инклюзив белем биреүгә етди иғтибар йүнәлтелә. Уҡыу процесы һәр уҡыусының индивидуаль ихтыяждарына яраҡлаштырыла, был иһә социаль интеграцияға һәм тигеҙ мөмкинлектәргә булышлыҡ итә.
2019 йылдан Башҡортостанда тәүге полилингваль мәктәптәр асылды. Бөгөнгө көндә 8 ошондай мәктәп бар. Балалар баҡсаларында ла 72 полилингваль төркөм асылған, 2020 йылдан алып Өфөлә Полилингваль балалар баҡсаһы эшләй. Был маҡсатлы эш артабан да дауам итәсәк әле. 
2022 йылдан башлап республиканың 214 мәктәбе инициатив бюджетлау проекттарында еңеүсе булды. 204 белем усағы мәктәп проекттарын тормошҡа ашырыуға 500 мең һум, 10 мәктәп предуниверсарийҙы үҫтереүгә 2 миллион һум алыуға өлгәште.
Уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен күтәреү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу өсөн төбәктә төрлө ярҙам саралары ҡаралған. 2019 йылдан ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән мөһим проект тормошҡа ашырыла. Быйыл ғына 150 йәш педагог 690-шар мең һум күләмендә грант алыуға өлгәште. Проект ғәмәлләшкәндән алып 525 кеше дөйөм суммаһы 362 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән дәүләт ярҙамы алған. 
Уҡытыусыларҙан тыш, балалар баҡсаларының иң яҡшы педагогтарына ла  республика Башлығы премияһы тәғәйенләнә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш педагогтарға иһә төбәк етәксеһенең  575 мең һум күләмендә 50 гранты булдырылған.
2019 йылдан бирле һәләтле студенттарға республика Башлығы стипендиялары бирелә. 2023 йылдан стипендия күләме 2300-ҙән 5000 һумға тиклем артты. Һөнәри белем биреүҙе һәм хеҙмәт династияларын модернизациялау йылы сиктәрендә, 2022 йылда иң яҡшы уҡытыусыларға һәм производствоға өйрәтеү мастерҙарына 690 мең һум күләмендә 10 йыллыҡ грант булдырылды, 2023 йылда уларҙың һаны 20-гә тиклем арттырылды.
Пленар ултырышты дауам итеп, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, район мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Камалов урындағы мәғариф системаһы алдына ҡуйылған бурыс-маҡсаттарҙы билдәләнеләр, мәктәптәрҙе ремонтлау һәм йыһазландырыу мәсьәләләренә, Педагог һәм остаз йылы йомғаҡтарына диҡҡәт иттеләр.
Хәйер, уҡыу-уҡытыу процесын көйләү өсөн тәү сиратта белем усаҡтарында заман талаптарына яуап биргән уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Районда мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын ремонтлауға, матди-техник базаны яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Ниһайәт, йыл башында 2021 йылдан бирле ҡалала дауам ҡылған иң ҡатмарлы проекттарҙың береһе - 8-се мәктәп реконструкциянан һуң үҙ ишектәрен асты. Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе мәлендә республика Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша яңыртылған белем усағының эшенә рәсми старт бирҙе. Әйткәндәй, бинаны реконструкциялау һәм төҙөкләндереү төбәк етәксеһе фарманы менән тормошҡа ашырылды. Быға тиклем мәктәп иҫке корпустың авария хәлендә булыуы арҡаһында өс йыл эшләмәй торҙо. 500-ҙән ашыу бала иһә ҡаланың 18-се мәктәбендә уҡырға мәжбүр булды. Бөгөнгө көндә  8-се мәктәпте реконструкциялауҙың икенсе этабы бара - спорт ядроһы төҙөлә.
Былтыр федераль программа буйынса ҡаланың 18-се, 20-се мәктәптәрендә, Ломовка ауылы мәктәбендә капиталь ремонт эшләнде, Үткәл  мәктәбенең спорт залы төҙөкләндерелде. Киләһе йыл 14-се гимназияны, 2026 йылда - ҡала лицей-интернатын, Сермән, Боғанаҡ мәктәптәрен, 2027 йылда 10-сы мәктәпте капиталь ремонтлауға заявкалар бирелгән. Шулай уҡ 2025 йылда Белорет педагогия колледжын капиталь төҙөкләндереү планлаштырыла.
2024 йылда өс мәктәп белем биреү ойошмаларын үҫтереүгә тәғәйен субсидиялар йәһәтенән һайлап алыу конкурсында ҡатнашты. Һәр мәктәп биология, химия һәм физика кабинеттарын йыһазландырыу өсөн төбәк бюджетынан 500 мең һум аҡса алыуға иреште.
Былтыр Рәсәйҙә иғлан ителгән Педагог һәм остаз йылында районда бер нисә мөһим ваҡиға булды. Беренсенән, 17-се гимназия базаһында инновацион проекттар лабораторияһы асылды. Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәндән һуң, юғары уҡыу йорто педагогтары гимназияға ҡунаҡҡа килде, беҙҙең уҡыусылар ҙа уларға экскурсия менән барҙы. Уҡыу йылы аҙағында иһә ҡыҙ-малайҙар университеттың нуль курсының студент билеттарын алды. 
Райондың барлыҡ ауыл мәктәптәрендә (22 мәктәп) "Үҫеш нөктәһе"  кабинеттары булдырылған. Һуңғыһы Берештамаҡ ауылы мәктәбендә асылды. Әйткәндәй, был белем усаҡтары хатта ҡала мәктәптәрендә лә булмаған ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында медиаүҙәк, мультимедиа комплекстары барлыҡҡа килде. Йәнә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн районда "Остазлыҡ мәктәбе" булдырылды.
Тағы ла бер һөйөнөслө ваҡиға - Ломовка һәм Тимер юл ауылдарында эшләгән ике йәш педагог 690-шар мең һум грант алыуға өлгәште. Уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә килгәндә, "Йыл педагогы" конкурсының муниципаль этабында еңеүселәргә премия 15 меңдән 50 мең һумға тиклем арттырылды. 
2022 йылдың 1 сентябренән төбәктә I-IV класс уҡыусылары өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу ойошторолған. Шулай уҡ бушлай ҡайнар аш менән V-XI класс уҡыусылары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм льготалы категорияға ҡарағандар тәьмин ителә. 
"Үргә ос" мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” программаһына ярашлы, биш йыл эсендә райондың ике мәктәбендә стоматология кабинеттары асылды. Быйыл ҡала мәктәптәренең береһендә тағы бер ошондай кабинет асыу планлаштырыла.
- Әлбиттә, райондың мәғариф өлкәһендә системалы хәл ителергә тейешле проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, уҡытыусылар етешмәүе бәкәлгә һуға. Йәш педагогтарға ярҙам итеү программаһы ла бар, ул бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам рәүешендә тормошҡа ашырыла (2023-2024 уҡыу йылында түләүҙәр суммаһы 117 мең һумдан ашыу тәшкил итте). 47 йәш педагогка квалификация категорияһын алғанға тиклем 0,3 процент күләмендә арттырыу коэффициенты билдәләнгән.
Ҡалала 600 урынлыҡ 16-сы мәктәп бинаһын төҙөү ҙә ҙур мәсьәлә булып тора. Техник экспертизаға ярашлы, әлеге ваҡытта мәктәп бинаһы файҙаланыуға яраҡһыҙ тип иҫәпләнә. Был һорау Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың контроленә алынған. Әле "Мечел" компанияһы етәкселеге менән ер бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Иванович.
Һәр йылдағыса сараның тантаналы өлөшөндә район-ҡаланың фиҙаҡәр мәғариф хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты күп йылдар мәғариф өлкәһенә намыҫлы хеҙмәт иткән Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылдановаға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән түбәндәге педагогтар: Лира Әҙелмырҙина (1-се балалар баҡсаһы), Алевтина Андреева (5-се балалар баҡсаһы), Мансур Байрамғәлин (Манышты), Альбина Баязитова (17-се гимназия), Илфир Баянов (Үҙәнбаш), Татьяна Белоглазова (Тирлән), Вадим Ғәзизов (Ҡаһарман), Ольга Дауытова (5-се балалар баҡсаһы), Хәлит Ишмырҙин (Абҙаҡ), Наталья Каретникова (21-се мәктәп), Татьяна Ларина (29-сы балалар баҡсаһы), Лариса Лыгина (Туҡан), Людмила Римшан (2-се балалар баҡсаһы), Әлиә Саматова (Инйәр), Татьяна Сбруякина (3-сө мәктәп), Марина Стрелкова (Ломовка), Александр Тарасов (1-се мәктәп), Сәлиә Ураҙаева (Мәхмүт), Әнүзә Хәйруллина (Инйәр), Лилиә Хәлитова (14-се гимназия), Эльмира Хәмзина (18-се мәктәп), Светлана Черноусова (3-сө мәктәп), Ольга Щербакова (Сермән) бүләкләнде.  
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары менән - Наталья Давыдова (44-се балалар баҡсаһы), Александра Незамова (29-сы балалар баҡсаһы), Лилиә Төхвәтуллина (Башҡорт гимназияһы), Марина Власенко (1-се мәктәп), Зилә Кинйәбаева (лицей-интернат) наградланды.              
В.К. Сурин исемендәге 3-сө мәктәп директоры Владимир Дахтин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең һәм Рәсәй космонавтика федерация-
һының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

 

Андрей ИВАНЮТА, муниципаль район хакимиәте башлығы, йәмәғәт лидеры:

- Беҙ республиканың иң ҙур муниципалитеттарының береһе, район-ҡалала йәмғеһе 66 белем биреү ойошмаһы эшләй. Райондың дөйөм бюджетында мәғарифҡа сығымдар яҡынса өстән ике өлөштө тәшкил итә. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, балаларыбыҙға һәр мәктәптә - ауыл ерендәме ул, ҡалаламы, сифатлы белем алыу һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим.
Мөмкин тиклем матди-техник базаны яңыртырға, мәктәп, балалар баҡсаларын ремонтларға тырышабыҙ. Мәҫәлән, былтыр был йәһәттән мәғариф өлкәһенә 2,3 миллиард һум тотонолған. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға федераль бюджеттан ҙур матди ярҙам бүленә. 
Әлбиттә, илдәге сәйәси хәл мәғариф системаһына йоғонто яһамай ҡалманы. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү - иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. 2024 йылдың 1 сентябренән Ватан именлеге һәм оборонаһы нигеҙҙәре, хеҙмәт (технология) дәрестәрен уҡытыуға ҙур үҙгәрештәр индерелә. Уҡыу предметтарының атамалары, уларҙың статусы, структураһы һәм йөкмәткеһе үҙгәрә, уҡыу кабинеттары йыһазландырыла. Белорет районынан 115 уҡытыусы ошо фәндәр буйынса квалификацияһын күтәргән дә инде.
Патриотик йәштәр хәрәкәте - “Беренселәр хәрәкәте” менән дә эштәр ыңғай. Өс меңгә яҡын бала төрлө патриотик проекттарҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша, ҡала һәм район сараларында ирекмәндәр сифатында ярҙам итә. Бөтә педагогтарға, райондың уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Эш еңел түгел, әммә балалар, илдең киләсәге өсөн - иң мөһиме.  

 

Әлиә САМАТОВА, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

- Мәғариф өлкәһендә эшләүемә быйыл 29 йыл. Сирек быуат Инйәр мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын атҡарҙым. Бөгөн иһә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүемде дауам ҡылам, бер үк ваҡытта мәктәптәге “Самрау” балалар театрына ла етәкселек итәм. Әлбиттә, мәктәп, район, республика етәкселегенең хеҙмәтебеҙҙе күреп, тейешенсә баһалап тороуҙары, уңайлы эш шарттары булдырыуҙары тағы ла тырышып, сәмләнеп эшләргә дәрт-дарман бирә.

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: