Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 16:41

Республика киләсәге – улар ҡулында

Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге республика мәктәп кластары уҡыусылары менән осрашты.

Республика киләсәге – улар ҡулында
Республика киләсәге – улар ҡулында

24-29 августа улар Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында профилле смена сиктәрендә әҙерлек үтте. Осрашыуҙа бөтәһе VI-IX кластарҙан 260 уҡыусы, шулар араһында  Белорет лицей-интернаты, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, 21-се мәктәптең “Шайморатов кластары” ҡатнашты.

Профиль сменаһы программаһы буйынса балалар өсөн строевой, хәрби-медицина, инженер, физик һәм тактик әҙерлек, хәрби типография буйынса уҡыу дәрестәре үткәрелә, шулай уҡ радиация, химик һәм биологик һаҡланыу нигеҙҙәрен өйрәнеү үткәрелә. Профиль сменаһында ҡатнашыусылар өсөн төрлө мәҙәни-ял саралары үткәрелде. Рәсәй Федерацияһы Геройы, 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы командиры, гвардия генерал-майоры М.М. Шайморатовҡа арналған күргәҙмә, "Геройҙар ярышы" ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, "Салауаттың вариҫтары сигенә белмәй" саралары, "Иң яҡшы шайморатовсы", "Талантлы отряд", "Батырҙар" этноквизы, Рәсәй Федерацияһы Геройы Николай Злобин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу кеүек саралар үтте. Осрашыу үҙенсәлекле булды, сөнки мәктәп уҡыусыларына беҙҙең замандың ысын геройҙары - махсус хәрби операция ҡатнашыусылары ҡушылды. Радий Хәбиров егеттәрҙе таныштырып, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын билдәләне. Улар араһында гвардия майоры, Рәсәй Геройы, Бөрө ҡалаһында тыуған танкист Борис Дудко, хәрби разведчик, Белорет районында тыуған майор Оскар Ситдиҡов, шулай уҡ һуғышта яраланған, әммә үҙ иленә хеҙмәт итеүен дауам иткән Артур Ғәлиев булды. Осрашыу барышында Радий Хәбиров мәктәп уҡыусыларының илһөйәрлек һәм Тыуған илгә һөйөү тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе, уларҙы белемгә ынтылыуға, үҙ иленә хеҙмәт итеүгә һәм традицияларға тоғролоҡҡа рухландырҙы.

Автор:
Читайте нас: