Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 12:05

Уҡыусылар 1 сентябрҙән ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала

Ташламаны рәсмиләштереү өсөн ҡала йәки район хакимиәтенә түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк

Уҡыусылар 1 сентябрҙән ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала
Уҡыусылар 1 сентябрҙән ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала

Башҡортостандың күп балалы ғаиләләренән уҡыусылар 1 сентябрҙән ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 23 ғинуарындағы 63-сө “Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы указына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы тарафынан тейешле тәртип әҙерләнгән. Был саранан Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге I-XI (XII) класс дөйөм белем биреү учреждениеларында белем алған күп балалы ғаиләләрҙән балалар файҙалана ала.

– Ташлама уҡыу осоронда 1 сентябрҙән 2025 йылдың 31 майға тиклем Өфөлә, Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Белоретта, Бөрөлә, Благовещенда, Дәүләкәндә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Учалыла һәм Яңауылда ҡала маршруттарында ғәмәлдә буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Льготаны рәсмиләштереү өсөн ҡала йәки район хакимиәтенә түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:

1) Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документтарҙың күсермәләре;

2) күп балалы ғаиләлә (14 йәшкә тиклемге балалар өсөн) бала тыуыуын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡтың күсермәләре;

3) 14 йәштән өлкән баланың шәхесен раҫлаусы документтың (Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты йәки паспортты рәсмиләштереү осорона бирелгән Рәсәй Федерацияһы гражданының ваҡытлыса шәхес танытмаһы)күсермәләре;

4) республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы биргән күп балалы ғаилә таныҡлығының күсермәһе;

5) ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының шәхси иҫәп системаһында теркәлеүен раҫлаусы мәғлүмәттәр.

Билдәләп үтәйек, ташлама дөйөмләштерелмәй. Берҙәм социаль юл йөрөү билеты сиктәрендә ташламалы юл йөрөү хоҡуғына эйә булғандар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары был ярҙам сараһынан файҙалана алмай.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.

Автор:
Читайте нас: