Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 18:02

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын

Быйыл республикала бөтәһе 524 887 уҡыусы мәктәп партаһы артына ултырҙы (шуларҙың 200-ө Донбасс, Белгород һәм Курск өлкәләренән). Ә инде 47 836 ҡыҙ һәм малай өсөн ҡыңғырау тауышы тәүге тапҡыр яңғыраны.

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын
Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын

Ҡаланың 21-се мәктәбе лә Белем көнөн шат ауаздар, сағыу гөлләмәләр, яҡшы уй-ниәттәр менән ҡаршы алды. Уҡыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе, педагогтарҙы мәктәп директоры Владимир Кривоус, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Егупов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы үҙәге хеҙмәткәре Рәмил Нәсимов тәбрикләне. Улар һәммәһенә лә яҡшы уҡыу йылы, һәр йәһәттән уңыш-ҡаҙаныштар теләне.

Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән VIII “в” класы уҡыусыларының (класс етәкселәре Баныу Астанова) “Шайморатовсылар гимны” аҫтында майҙан уртаһынан тура баҫып үтеүе күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Әйткәндәй, ошо класта белем алған өлгөлө уҡыусылар - Камилла Абдуллина, Игорь Чернов, Александра Дмитриева Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркының профилле сменаһында булып, төрлө рухлы сараларҙа ҡатнашты, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

Физкультура уҡытыусыһы Луиза Салауат ҡыҙы Бикбаева етәкселек иткән VII “в”-  “йәш армиясылар” класы ла уҡыу һәм спорт буйынса мәктәптә иң-иңдәрҙән һанала. Ә инде уҡыусылар Советы ағзаһы - “Беренселәр хәрәкәте”нең муниципаль ячейкаһы рәйесе, IX “д” класы уҡыусыһы Степан Шилов Мәскәүҙә уҙған «Рәсәйҙә беренселәр - мөмкинлектәр илендә» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу бәхетен татыны.

“Бала саҡ навигаторы” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә сығарылыш класс уҡыусылары тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын ашатлаған һәр бәләкәскә уҡыу йылында зарури кәңәштәр яҙылған “Киләсәк самолеттары”н тапшырҙы. Атайҙары ил алдында мөһим бурыс атҡарған беренсе класс уҡыусылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы - Белем көнөндә улар махсус бүләктәр алып һөйөндө.

Дәрестәргә әйҙәгән тәүге ҡыңғырау тауышын иһә тормоштарының өр-яңы битен асҡан беренселәр - Эвелина Иҫәнбаева менән Иҙел Харрасов яңғыратты.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: