Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала мәктәп мәғарифы өлкәһендә 40 меңгә яҡын уҡытыусы эшләй. Уларҙы мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин ҡотланы.
- Һис шикһеҙ, һәр кеше ҡаҙанышы артында, һәр ғәмәл һәм асыш артында һәр ваҡыт уҡытыусы тип ғорурлыҡ менән атаған кеше тора! Һеҙ белемгә ынтылыш, донъяны танып белеүгә ынтылыш һәм артабанғы ынтылыштарҙы тыуҙыраһығыҙ. Йәмғиәтебеҙ үҫешендә уҡытыусыларҙың роле бик мөһим, сөнки тап һеҙ киләсәк быуынды формалаштыраһығыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мәғариф һәм фән министрлығы министры.
Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғона ярашлы, 39 уҡытыусыға педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн конкурс еңеүселәре дипломдары тапшырылды. Улар 200 мең һум күләмендә премиялар менән, 43 педагог "Мәғариф отличнигы" исеме менән бүләкләнде.
Педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн конкурс еңеүселәре дипломдарына эйә булыусылар араһында Белорет ҡалаһы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзимә Мостафина ла бар. Рәзимә Зәбир ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!