Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь , 14:35

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Ҡәҙерле уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары!

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!
Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Һөнәри байрамығыҙ - Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Ул изге педагог миссияһын иңенә алып уға ғүмере буйы тоғро ҡалғандарҙы берләштерә. Бөгөн белемһеҙ көйө шәхес үҫтереп, һөнәргә өйрәтеп булмай. Һәр уҡыусының тормошта ниндәй юлды һайлауы, уңышы, республиканың һәм илдең киләсәге һеҙҙең белемегеҙгә һәм оҫталығығыҙға бәйле.  

Мәктәп остаздары үҙҙәренең яуаплы хеҙмәте менән иң яҡшы белем биреү традицияларын дауам итә, заманса белем биреү системаһын булдыра, уны Ватандың сәскә атыуына нигеҙ итә.

Һеҙ балаларға һәләттәрен асырға, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итәһегеҙ, шулай уҡ иң яҡшы әхлаҡи һәм патриотик миҫалдарҙа илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләйһегеҙ.

Беҙ белем биреүҙең бөтә баҫҡыстарындағы педагогик хеҙмәткәрҙәргә, йәш уҡытыусыларға ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, хеҙмәтегеҙҙең абруйын күтәрәсәкбеҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс, илһам һәм яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: