Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2024, 12:16

Мәктәптә ҡыңғырау тауышы урынына музыка яңғырай

Ноябрҙә Рәсәй мәктәптәрендә “Ҡыңғырау урынына музыка” тигән проект башлана.

Мәктәптә ҡыңғырау тауышы урынына музыка яңғырай
Мәктәптә ҡыңғырау тауышы урынына музыка яңғырай

Ғәҙәти ҡыңғырау тауышын популяр көйҙәр һәм классик әҫәрҙәрҙән өҙөктәр алмаштыра. Проект уҡыусыларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итәсәк, тип белдерәләр федераль Мәғариф министрлығынан. Быйылғы уҡыу йылында яңғыраясаҡ көйҙәр иҫтәлекле даталарға арнала. Уларҙы төрлө төбәктәрҙең балалар коллективтары яҙҙыра.

Был айҙа Александра Пахмутова йырҙарынан өҙөктәр һайлана. Легендар композиторға 95 йәш тулды. Ил президенты Владимир Путин уға Хеҙмәт Геройы тигән исем бирҙе. Онлайн-тауыш биреү юлы менән композиторҙың 4 әҫәре һайланған.

Шулай уҡ онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса "Орлята учатся летать", "Хорошие девчата", "Надежда" и "Трус не играет в хоккей" композициялары һайлап алынды. 

Декабрҙә мәктәп ҡыңғырауы урынына Пётр Чайковский балетынан өҙөктәр яңғырай.

Фото: znanio.ru

Автор:
Читайте нас: