- Уларҙың береһе - ҡала үҙәгендәге белореттар яратҡан Уҡытыусылар скверы, - тип яҙҙы ул. - Бында йәйәү йөрөү зонаһының бер өлөшө плитка менән түшәлде, эскәмйәләр, аҫылмалы бәүелсәк, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылды, урамдар яҡтыртылды. Скверҙы бәләкәй архитектура формаһы - уҡытыусы һәм уҡыусы фигураһы биҙәй, уны скульптор Сергей Ёлкин башҡарҙы. Уҡытыусы һәм уҡыусы образы йыйылма булып тора. Скульптураның бейеклеге яҡынса 2,5 метр тәшкил итә, ул металдан һәм тимер-бетондан эшләнгән.
Андрей Иванюта шулай уҡ, был эштәр Белоретта уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль программаһы буйынса бара, тип билдәләне. Бынан тыш, ЗАГС эргәһендәге ике территорияны һәм Ағиҙел күпере янындағы яр буйын, Мата аръяғы биҫтәһендәге Блюхер исемендәге скверҙы төҙөкләндереү эштәре алып барыла.
- Хәҙер ҡала халҡының бурысы - эшләнгәнде һаҡлау, - тип һораны район башлығы. - Сөнки ремонтҡа аҡса беҙҙең, урындағы, ҡаҙнанан килә, ә ул хәҙер бик ҡыҫҡа.
Андрей Иванютаның социаль селтәрендәге фотоһы.