Тантаналы линейканан һуң уҙғарылған класс сәғәте форматындағы “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү” ҙә әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу, милли ҡиммәттәр нигеҙендә рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү ише маҡсаттарҙы күҙаллай.
Район-ҡала мәктәптәре лә был ғәмәлде дәррәү хуплап, һәр уҡыу аҙнаһын ошо рухлы тантана менән башлап ебәрә. Сираттағы “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү”ҙең 13 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнөнә арналыуын күҙ уңында тотоп, бөгөн белем усаҡтарына урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә рәхим ҡылды .
Үткәл, Рысыҡай, Хөсәйен ауылдары уҡыусылары белем алған Үткәл мәктәбендә лә өсөнсө сиреккә старт биргән тантаналы линейка Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын күтәреү, дәүләт гимндарын йырлау менән асылды. Уңыш-ҡаҙаныштарҙы барлап, олимпиада еңеүселәрен тәбрикләгәндән һуң, һәммәһе лә класс сәғәттәренә таралды.
Тәүге матбуғат баҫмалары ҡасан һәм кем тарафынан нәшер ителгән? Интернет һәм телевидение заманында гәзит-журналдар ни өсөн кәрәк? Журналист блогерҙан нимә менән айырыла? Журналист өсөн иң мөһиме нимә? Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү”ҙә уҡыусылар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алды, яңы белем тупланы. Мәҫәлән, һигеҙенселәр класс етәкселәре Әлиә Кинйәбай ҡыҙы Ғәлиәкбәрова менән матбуғатҡа ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәрҙе, башҡорт телендә донъя күргән район-республика баҫмаларын барлаһа, IX класс уҡыусылары биология һәм химия уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Хәлилова менән дәрестең федераль спикеры, “Московский комсомолец” гәзитенең баш мөхәррире Павел Гусев менән әңгәмәне айырата ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
- Һис шикһеҙ, һәр бала үҙ иленең, төбәгенең дәүләт символдарын белеп, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеп, гражданлыҡ бурыстарын төшөнөп үҫергә тейеш. Һәм, әлбиттә, бөгөн был йәһәттән ғәйәт ҙур эш алып барыла. Традицияға ингән тантаналы линейкалар, “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү”ҙәр йәш быуында илһөйәрлек, берҙәмлек рухын тәрбиәләп кенә ҡалмай, уларҙың белемле, киң ҡарашлы, эрудициялы камил шәхес булып үҫешенә лә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, йыл аҙағында Үткәл һәм Рысыҡай мәктәптәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаһы менән тәьмин ителде, - ти мәктәп директоры Ринат Әшрәф улы Йылҡыбаев.