Мәғариф
16 Января 2025, 06:53

Музейҙа булдылар

Инйәрҙең 2-се мәктәбенең Шайморатов класы уҡыусылары Өфөләге В.И. Ленин исемендәге йорт-музейға сәйәхәт ҡылды.

Музейҙа булдыларМузейҙа булдылар
Музейҙа булдылар

Экскурсия йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатына ярашлы уҙғарылды.
Уҡыусылар баш ҡалабыҙҙың башҡа музейҙарында ла булырға өлгөрҙө.
-Әлбиттә, райондарҙа йәшәгән балаларҙың баш ҡала музейҙарына экскурсияға килә алыуы, тыуған яҡтың, республиканың һәм дөйөм алғанда илебеҙҙең тарихы менән танышыу мөмкинлеге бик мәслихәт. Шәхсән миңә һәм балаларға барыһы ла бик оҡшаны. Ойоштороусыларға, музей хеҙмәткәрҙәренә йылы ҡабул итеүҙәре, ҡыҙыҡлы экскурсия өсөн ҙур рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Инйәрҙең 2-се мәктәбенең уҡыу бүлеге мөдире Зифа Әхтәм ҡыҙы Йомағужина.

Автор:
Читайте нас