Мәғариф
26 Апреля 2025, 10:33

Үҙ телебеҙҙе камил белергә тейешбеҙ

Бөгөн, 26 апрелдә, Ер шарының төрлө мөйөшөндә йәшәгән милләттәштәребеҙ “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына ҡушылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2019 йылда сарала 70 мең кеше ҡатнашһа, былтыр диктант яҙыусылар һаны 410 меңгә еткән.

Үҙ телебеҙҙе камил белергә тейешбеҙҮҙ телебеҙҙе камил белергә тейешбеҙ
Үҙ телебеҙҙе камил белергә тейешбеҙ

“Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы” девизы аҫтында ойошторолған белем биреү акцияһы киң йәмәғәтселектең иғтибарын башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, республикала ғына түгел, унан ситтә лә башҡорт телен пропагандалау, популярлаштырыу ише маҡсаттарҙы бойомға ашыра.

Иҙел башы халҡы ла диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр район-ҡалала 4300 самаһы кеше башҡорт теленән белемен һынаған.

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт моделле китапханаһы быйыл да башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн оффлайн форматтағы диктант яҙыу майҙансығы булып торҙо. Акцияла белем биреү ойошмалары, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, китап уҡыусылар ҡатнашты.

- “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында йыл да теләп ҡатнашабыҙ. Бер кемде лә мәжбүр итмәйбеҙ, барыһы ла үҙ ирке менән килә. Ғөмүмән, телде һаҡлау, популярлаштырыу, белемде камиллаштырыу йәһәтенән акция ҙур әһәмиәткә эйә. Кешелә үҙ телен белеү, өйрәнеү ихтыяжы тыуа. Хәйер, акцияның телде һаҡлауға йүнәлтелгән маҡсаты ҡалалағы берҙән-бер башҡорт китапханаһының бурыс-маҡсаттары менән тулыһынса ауаздаш, - ти Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт моделле китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова.

Фекер: 

- Белемем буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын, хаҡлы ялға сыҡҡансы хәтһеҙ йылдар Белорет һәм Бөрйән райондарында башҡорт телендә донъя күргән гәзит редакцияларында эшләнем. Әлбиттә, был сара бихисап мөһим маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашыра. Бөгөн үҙ телен камил белеүселәр бик аҙ тиер инем. Телмәрҙә, кәрәкме-юҡмы, сит тел һүҙҙәрен ҡулланыу, ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәһен төшөнмәү, хаталар күплеге күңелде әрнетә, - ти башҡорт китапханаһының даими китап уҡыусыһы Рәсимә Шәриф ҡыҙы Аҫылғужина.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас