

Мәртәбәле сарала йәмғеһе 650 делегат ҡатнаша. Улар - Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары, студенттар. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары белгестәре һәм методистары ла мөһим мәсьәләләр йәһәтенән фекер алышыуҙан ситтә ҡалмай. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округы - Югранан, Мәскәүҙән һ.б. тарафтарҙан да вәкилдәр көтөлә.
Съездың бурыс-маҡсаттары шунан ғибәрәт: уртаҡ көс һәм тырышлыҡ арҡылы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу системаһын камиллаштырыу, лингвистик белем биреү системаһында “Туған тел һәм туған әҙәбиәт”, “Туған тел һәм туған телдә әҙәби уҡыу” предметтарын өйрәнеүҙең баһаһын күтәреү, башҡорт телен уҡытыу проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Белорет районынан сарала 12 делегат ҡатнаша: район мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Камалов, туған телдәр буйынса методист Лариса Әхмәтшина, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зилә Миңгәрәева, Белорет лицей-интернаты директоры вазифаһын башҡарыусы Нурия Шаһиморатова, Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова, Инйәрҙең 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Минһажева, Инйәрҙең 3-сө мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Сибәғәтуллина, Үткәл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурсилә Йомағужина, Белорет ҡалаһының 3-сө мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ҡаһирова, 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова, 25-се һанлы “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева.
Гөлсөм Урал ҡыҙы ЙЫЛҠЫБАЕВА, Шығай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Йылдан-йыл мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре һаны кәмей бара. Был, әлбиттә, телде, милли әҙәбиәтте, мәҙәниәтте төплө өйрәнеүгә, балаларҙың үҙ туған телен камил белеүгә ҙур ҡаршылыҡ булып тора. Съезда ошо һәм телгә бәйле башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса етди ҡарарҙар ҡабул ителеренә, уларҙың йәһәт ғәмәлләшеүенә ҙур өмөттәр бағалайым. Үҙ сиратымда, алтынсы майҙансыҡта “Балаларға рухи-патриотик тәрбиә биреү” темаһы йәһәтенән сығыш яһаясаҡмын. Әйтергә кәрәк, Шығай мәктәбе Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдиновтың исемен йөрөтә, шуға ла бында йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә айырата ҙур иғтибар бүленә.