Мәғариф
17 Июня 2025, 06:38

Рус теленән имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостандың сығарылыш уҡыусылары араһында рус теленән берҙәм дәүләт имтиханына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итте мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең телеграм-каналында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рус теленән имтихан һөҙөмтәләре билдәле булдыРус теленән имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды
Рус теленән имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды

Быйыл бөтәһе 15 578 уҡыусы һынау тотҡан. Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханында 11 кеше 100 балл йыйған, былтырғы уҡыу йылында ла шунса һан. Ә 1859-ҙы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.

«Химиянан да, рус теленән дә йөҙ балл йыйған Белорет уҡыусыһының ҡаҙанышы айырыуса иғтибарға лайыҡ», — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин.

Ҡағы мәктәбе уҡыусыһы Арина Черепенькина химиянан да, рус теленән дә 100-әр балл йыйҙы. Афарин, Арина! 

Министр әйтеүенсә, был әлегә аныҡ һөҙөмтәләр түгел, сөнки апелляциянан һәм өҫтәмә көндәрҙә имтихан тапшырғандан һуң йөҙ балға яҙған уҡыусыларҙың һаны артыуы ихтимал.

Автор: