Мәғариф
26 Августа 2025, 11:16

V-VII кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай

Был хаҡта дәүләт тарих дәреслектәре өсөн яуаплы секретарь Владислав Кононов хәбәр итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
V-VII кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлайV-VII кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай
V-VII кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Мәғариф министрлығының яңы дәүләт линейкаһына күсеү ике йылға билдәләнгән. 2026-2027 уҡыу йылынан 8-9-сы кластар өсөн дәреслектәр индереү планлаштырыла.

«Бөтә дәреслектәр Федераль дәреслектәр исемлегенә ингән, мәктәп йәки төбәк быйылдан уҡ ошо дәреслектәргә күсергә мөмкин», — тип Владислав Кононовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Тарихты өйрәнеү 5-се класта Боронғо донъя тарихынан башлана, тип иҫкә төшөрҙө ул. 6-сы кластан уҡыусылар Дөйөм тарихты һәм Рәсәй тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүгә күсә.

Бөтә дәреслектәрҙә лә «Уҡытыусыға һәм уҡыусыға» тигән махсус бүлек һәм Рәсәй музейҙары сайттарына һылтанмалар менән «Килеп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ» рубрикаһы бар.

Автор: