Мәғариф
1 Сентября 2025, 04:47

Белем көнөндә республикала 512 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп партаһы артына ултыра

Белем көнөндә республикала 512 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп партаһы артына ултырасаҡ, шуларҙың 45 070 - е - беренсе кластар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белем көнөндә республикала 512 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп партаһы артына ултыраБелем көнөндә республикала 512 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп партаһы артына ултыра
Белем көнөндә республикала 512 меңдән ашыу уҡыусы мәктәп партаһы артына ултыра

Төбәктә барлыҡ мәктәптәр, 1236 дөйөм белем биреү ойошмаһы, яңы уҡыу йылына әҙер тип баһалана. Был турала Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

- Яңы уҡыу йылы башында 711 мәктәп “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау”, “Хеҙмәт” дәрестәре кабинеттары өсөн яңы ҡорамалдар алыуға өлгәште. Башҡортостан йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса илдә - дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Был йәһәттән бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 203,5 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, республикала белем биреү ойошмаларын берҙәм дәүләт дәреслектәре менән тәьмин итеү буйынса ла әүҙем эш алып барыла. 2025 йылда был маҡсат өсөн төбәк бюджетынан 1,3 миллиард һум йүнәлтелгән, - тине Илдар Марат улы республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә.

Әйткәндәй, 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә "Тыуған яҡ тарихы" тигән яңы уҡыу курсы, дәрестәрҙең берҙәм планы һәм расписаниеһы, каникулдарҙың берҙәм даталары индерелә, контроль эштәрҙең һаны ҡыҫҡартыла.

Район-ҡалалағы белем биреү ойошмаларының да яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле яҡшы тип баһалана. Быйыл беҙҙә 1097 ҡыҙ һәм малай мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр ашатлай. Сығарылыш класс уҡыусыларына килгәндә, IX класҡа - 1371, XI класҡа 428 уҡыусы барасаҡ.

Автор:Нэркэс Сулейманова