Ошо ябай һәм ихлас баһа республикалағы мәктәп туҡланыуының ҙур үҙгәрештәр кисереүен раҫлай. Бер нисә йыл элек кенә уның яйға һалынырына өмөт юҡ кеүек ине. Был хаҡта ата-әсәләр асыҡтан-асыҡ һөйләне, һәм, бәхеткә күрә, уларҙы ишеттеләр. Республика Башлығы Радий Хәбиров мәсьәләне шәхсән контролгә алды. Һөҙөмтәлә һуңғы бер нисә йылда ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Балаларҙы хәүефһеҙ, тәмле һәм балансланған аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, уларҙа сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәниәтен формалаштырыу маҡсатын ҡуйған системалы эш дауам итә. Яңыраҡ республика етәксеһе мәктәп туҡланыуының төбәктә хәл итеүгә тотонған тәүге проблемаларҙың береһе булыуын да әйтеп үткәйне. Уның һүҙҙәренсә, төрлө ведомстволарҙың ата-әсәләр берләшмәһе менән берлектәге эше һөҙөмтәһендә хәлде яҡшыртыу мөмкин булды һәм Башҡортостанда мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Матди-техник базаны даими үҫтереү, сифат контролен көсәйтеү һәм урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итеү уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыуы һәм уларҙың белем алыу әүҙемлеген тәьмин итеү өсөн шарттар булдырырға ярҙам итә. Тимәк, мәктәп туҡланыуының сифаты өс яҡтың - ата-әсәләрҙең, ашнаҡсыларҙың һәм тәьмин итеүселәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүенә һәм төбәк Башлығы ярҙамына бәйле.
Күреүебеҙсә, республика етәкселегенең мәктәп туҡланыуы сифатын күтәреү буйынса курсы яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Радий Хәбиров йыш ҡына мәктәпте тикшереү, менюҙы яҡшыртыу һәм камиллаштырыу, аҙыҡ-түлек һайлауҙы контролдә тотоу тураһында һөйләй, был тема мәктәп мәғарифы буйынса кәңәшмәләрҙә күтәрелә.
Әлбиттә, бөтә проблемаларҙы ла бер юлы хәл итеп булмай. Ҡайһы берҙә субъектив фактор ҙа булыуы ихтимал, персонал һайлауға бәйле проблемалар ҙа бар, бәғзеләрендә ризыҡты һалҡын килеш йә балалар хушһынмағанын йыш бирәләр. Әммә иң мөһиме, балаларҙы сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү буйынса даими эш алып барыла, бөтә етешһеҙлектәр оператив рәүештә төҙәтелә. Республика етәксеһе башланғысында башланғыс класс уҡыусылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары бушлай туҡлана.
Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы федераль стандарттар һәм төбәк программалары буйынса ойошторолған, ул балаларҙы сәләмәтлеккә, уҡыу әүҙемлегенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеүсе файҙалы рацион менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Республика урындағы ауыл хужалығы етештереүселәре менән бай, был менюға күберәк республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте индерергә мөмкинлек бирә, урындағы иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә. Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы системаһы федераль стандарттар, дәүләт нормалары, контроль саралары һәм төбәк программалары сиктәрендә төҙөлә, әммә шул уҡ ваҡытта агросәнәғәт секторының локаль үҙенсәлектәрен һәм балаларҙың ихтыяждарын иҫәпкә ала.
Бөгөн район-ҡала белем учреждениеларының күбеһендә мәктәп туҡланыуы менән Шишмәләге "ОптТорг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә. “ОптТорг” йәмғиәтенең эш сифаты күрһәткесе булып Башҡортостанда туҡланыуҙы ойоштороу буйынса рейтингта алдынғы позицияларҙың береһен биләүе тора. Операторҙың территорияһы ла ҙур, ул Башҡортостандың 14 муниципалитетын, шул иҫәптән Белорет районын, хеҙмәтләндерә. Улар араһында алыҫ тораҡ пункттар ҙа бар. Шуға күрә емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙе эшмәкәрлеге республика территорияһында теркәлгән эшҡыуарҙарҙан да һатып алалар. Аҙыҡ-түлек, ярымфабрикаттар менән тәьмин итеү өлкәһендә күп йыллыҡ стажы булған туҡланыу үҙәге биш йыллап район-ҡала мәктәптәре уҡыусыларын һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туҡландырыуҙы уңышлы ойошторған да инде. Ҡала-райондың 22 - белем, 3 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары уҡыусыларын һәм тәрбиәләнеүселәрен иртәнге, төшкө аш менән туҡландыра. Белорет ҡала лицей-интернаты, интернаты булған район мәктәптәренә киске аш та индерелгән. Йәмғеһе 10 мең уҡыусы һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре компанияның сифатлы һәм туҡлыҡлы ризығы менән туҡлана. Райондың Тирлән, Абҙаҡ, Сермән һәм Инйәр мәктәптәре лә “ОптТорг” йәмғиәте ҡулланыусылары.
- 2013 йылда нигеҙ һалынған "ОптТорг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ышаныслы, динамик үҫешкән предприятие булып тора, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләү буйынса республиканың алдынғылар рәтенә инә. Төп эшмәкәрлеге - мәктәптәрҙә, интернаттарҙа һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа ҡайнар аш ойоштороу. Йәмғиәт дәүләт теркәүе үткән, уларҙың продукцияһы балалар туҡланыуы нормаларын ҡәнәғәтләндерә, продукцияның сифатын контролдә тотоу ойошторолған. Шишмәлә урынлашҡан предприятиеның үҙ әҙерләү фабрикаһы бар. Ярымфабрикаттар өсөн сеймал урындағы етештереүселәрҙән генә алына, - ти "ОптТорг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белореттағы филиалы мөдире Марина Орлова. - Ҡош итен дә республикала етештерелгәнен генә һатып алабыҙ. Бер ниндәй ҙә зарарлы өҫтәмәләр, хатта тәмләткестәр ҙә, ҡулланылмай. Бары тик тәбиғи ит. Ярымфабрикаттар махсус технология буйынса туңдырыла, был уларҙың туҡлыҡлы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Ышаныс менән әйтә алам, Белорет районы балаларын туҡландырыуҙа Башҡортостан етештереүселәренән алынған ит өлөшө бөгөн 100 процент тәшкил итә. Шулай уҡ кекс, печенье кеүек башҡа төр кондитер изделиелар Шишмәнең туҡланыу үҙәге цехында бешерелә. Ассортименты бай. Компания яңы һәм сифатлы аҙыҡ-түлекте тәьмин итеп, урындағы етештереүселәргә иҫәп тота. Продукция етештереүҙең һәм поставкалауҙың бөтә этаптарында ла ҡәтғи сифат контроле үтә.
Иртәнән Сермән мәктәбе ашханаһында эш ҡайнай. Өлкән ашнаҡсы Фәнирә Шәйәхмәтова ҡаланың “Бином” йәмғиәте килтергән йомшаҡ икмәктәрҙе ҡабул итә, “ОптТорг” менән килешеү төҙөгән “Прогресс” йәмғиәте лә һөтөн килтереп еткергән. Йәшелсә-емеш күмәртәләп һатыу базаһынан етерлек алынған. Башҡа ашнаҡсылар ҙа эш менән мәшғүл. Тәнәфестә ашханаға уҡыусылар килеп туласаҡ, шуға ла ашнаҡсыларға ла, дежур уҡыусыларға ла ҡайнар ашты өҫтәлдәргә ҡуйып өлгөрөргә кәрәк. Етеҙ ҡулдар был эште тиҙ атҡарып сыҡты.
Мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Луиза Фәтҡуллина әйтеүенсә, 2024-2025 уҡыу йылында уҡыусыларҙың 90 проценты мәктәп ашханаһында туҡланған. Былтыр 398 бала белем алһа, быйыл был һан кәмерәк, әлбиттә. 125-ләп бала башланғыс кластарҙа уҡый, тимәк уларға бушлай ашау ҡаралған. Урта һәм өлкән класс уҡыусылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән категорияға ингәндәрҙән тыш, көнөнә 78 һум 2 тин түләп ашай. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар өсөн ташламалар ҡаралған. Социаль категорияға ҡараған бер нисә бала (мәрхәмәтлек нигеҙендә) Сермән мәктәбе ашханаһында бушлай туҡлана.
Ҡағиҙәләр үтәлә, аҙыҡ-түлек сифаты күҙәтелә, махсус рациондағы балалар өсөн ризыҡтар ентекле билдәләнә. Әммә иң мөһиме - ашнаҡсы апайҙары күңел йылыһы һалып әҙерләгән аш-һыуҙа. Күп кенә мәктәп уҡыусылары өсөн уларҙың бешергән иртәнге һәм төшкө ашы өйҙә бешкән тәмле ризыҡҡа тиң.
- Мәктәп ашханаһында көн дә дүрт сменала 350-ләп уҡыусы туҡлана. Балаларға ҡайнар ашты биш ашнаҡсы әҙерләйбеҙ. Талаптар, нормалар ҡәтғиләшеп, ҡағыҙ эштәре бермә-бер артһа ла, элекке менән сағыштырғанда, эшләүе күпкә еңелерәк, әлбиттә. Йыһазландырылған ашхана, яңыртылған туҡланыу блоктары ҡорамалдары заман талаптарына тура килә. Эшләү дәүеремдә, бигерәк тә, 90-сы йылдарҙа үҙгәрештәр күп булды. Магазиндар буйлап аҙыҡ-түлек эҙләп йөрөүем, ғәрләнеп илаған саҡтарым аҙ булманы. Технологтар булмау сәбәпле, менюҙы ла үҙемә төҙөргә тура килә ине. Халыҡтан, ата-әсәләрҙән картуф йыйып алып, уны аҙыҡ-түлеккә алыштырған мәлдәр ҙә булды. Һуңынан РОНО-ға күсеп, поставщиктар менән эшләй башланыҡ. Һуңғы дүрт йылда, башҡа район-ҡала мәктәптәре кеүек, “ОптТорг” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Хәҙер еңел, менюҙы ла, технологик карталарҙы ла үҙҙәре үк әҙерләп ебәрәләр. Шишмә туҡланыу үҙәгенән ярымфабрикаттар айына ике килтерелә. Меню буйынса төрлөләндереп бешереү мөмкинлеге лә бар. Беҙгә балаларҙы сифатлы ярымфабрикаттар, урындағы етештереүселәрҙән алынған ризыҡтан әҙерләнгән тәмле, ҡайнар иртәнге һәм төшкө аш менән тәьмин итеү генә ҡала. Айырым категорияға ҡараған уҡыусылар өсөн - ике, интернат балалары өсөн биш тапҡыр ашатыу ҡаралған. Уларҙың рационында аш, салаттар бар, - ти 34 йыл Сермән мәктәбе ашханаһында эшләгән шеф-ашнаҡсы Фәнирә Сәғәҙей ҡыҙы. - Эшебеҙҙә беҙҙең өсөн төп бүләк - балаларҙың рәхмәттәре. Күңел һалып эшләргә тырышабыҙ һәм коллективым бик яҡшы. Мәктәп аш-һыуына ҡуйылған бөтә талаптарҙы, менюҙың бөтә стандарттарын үтәйбеҙ. Кәйеф менән әҙерләнгәндә ризыҡ та тәмле килеп сыға!
Әйткәндәй, махсус хәрби операция башланғандан алып Сермән мәктәбе коллективы, уҡыусылары “ОптТорг” йәмғиәте ярҙамында яугирҙарға әллә күпме һалма ҡырҡып, сәк-сәк әҙерләп оҙатты. Был изге ғәмәлдең барыһы ла мәктәп ашханаһында әҙерләнде.
Ата-әсәләр фекеренсә, Башҡортостан Башлығы бер нисә йыл элек мәктәп туҡланыуы проблемаһына ҡаты ҡағылғандан һуң, иртәнге һәм төшкө аш сифаты яҡшыра башлаған. Бөгөн ата-әсәләр, балалар ашнаҡсыларҙың нисек әҙерләүҙәренән һәм ниндәй аҙыҡ-түлек ҡулланыуҙарынан ҡәнәғәт. Билдәле булыуынса, Радий Хәбиров мәктәп ашханалары өсөн продукттар иҫәбенән сифатһыҙ сеймал һәм килтерелгән итте (мәҫәлән, хатта Аргентинанан килтерелгән буйвол ите лә ҡулланылған) алып ташлауҙы талап итә. Хәҙер фермер аҙыҡ-түлегенә баҫым яһала, күп кимәлле контроль системаһы булдырылған, ә мәктәп туҡланыуын ойоштороу менән ниндәйҙер аңлайышһыҙ структуралар түгел, ә был эшмәкәрлек төрөнә лицензияһы булған етди туҡланыу комбинаттары шөғөлләнә. Әйткәндәй, аш-һыу әҙерләүгә һәм уларҙың сифатына бөтә талаптарҙың үтәлешен, ашхананың санитар торошон, менюға ярашлы булыуын, аш-һыуҙың ваҡытында бирелеүен һәм башҡаларҙы район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов һәм белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәренең һәм уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы тикшереү буйынса комиссия ағзалары контролдә тота. Ата-әсәләр мәктәп ашханаларының эшен һәм уҡыусыларҙың ҡайнар аш менән тәьмин ителеүенең һөҙөмтәлелеген баһалай.
"Биш балам Сермән мәктәбендә уҡый һәм уҡыны. Бөгөн мин дә, өлкән кластарҙа уҡыған балаларым да мәктәп туҡланыуынан ҡәнәғәтбеҙ. Барыһы ла яңы, тәмле, бер ниндәй ҙә өҫтәмәләрһеҙ. Ата-әсәләр комитетында торғанда ла ашханала булып, меню менән танышып, контроль блюдоларҙы тәмләп ҡарағаным булды. Барыһы ла тәмле һәм файҙалы! Балалар ҙа ҡәнәғәт, туҡ та ҡайталар. Бигерәк тә айырым категорияға ҡарап, ике тапҡыр ашаған балаларым ҡыуана. Беҙ уҡыған саҡта былай төрлөләндереп бирелмәй ҙә ине. Ата-әсәйҙәрҙең йәшелсә-емеш тапшырып, ашатҡанын иҫләйем”, - тип йылмая алты бала әсәһе Роза Мөлөкова.
Һәм, ысынлап та, миңә лә был тәмле картуф иҙмәһе менән балыҡ фишболын тәмләп ҡарау бәхете тейҙе. Фишбол тигәнең дә балыҡ фаршынан эшләнгән бәләкәй түңәрәк кәтлиттәр икән. Хас та өйҙәге кеүек икән шул. Был инде ашханала күп йылдар эшләгән тәжрибәле ашнаҡсыларҙың хеҙмәте. Уларҙың күңел һалып эшләүенән ризыҡтың тәмлелеге лә тора. Буш тәрилкәләргә һәм балаларҙың ҡәнәғәт йөҙҙәренә ҡарап, мәктәп туҡланыуының яңы кимәлгә күтәрелеүен аңлайһың. Был ҡоро һүҙҙәр генә түгел, ә һәр кем күргән һөҙөмтәләр.
Сәләмәт туҡланыу - киләсәккә инвестиция. Бөгөнгө мәктәп тәрилкәһендәге ризыҡ балаларыбыҙҙың уҡыу уңыштарына, сәләмәтлегенә һәм тормош ғәҙәттәренә бәйле. Башҡортостан тәмле, хәүефһеҙ һәм файҙалы булған системаны эҙмә-эҙлекле төҙөүҙе дауам итә. Был лозунг түгел, ә көндәлек практика.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.