Мәғариф
2 Октября 2025, 10:43

Беҙҙең студенттар күңелле йәшәй!

Белорет педагогия колледжында тәүге тапҡыр үҙенсәлекле байрам - “Студент Һабантуйы” уҙҙы. Йәштәр араһында башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу, милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау кеүек маҡсаттарҙы күҙаллаған сара республиканың иң олпат һәм абруйлы уҡыу йорттарының береһе - Белорет педагогия колледжының 95 йыллыҡ юбилей датаһына һәм урта профессиональ белем биреүгә 85 йыл тулыуға арналды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең студенттар күңелле йәшәй!Беҙҙең студенттар күңелле йәшәй!
Беҙҙең студенттар күңелле йәшәй!

Байрамды асыу тантанаһында студенттарҙы Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Андрей Гревцев, Белорет металлургия колледжы директоры Рәмзил Байназаров, Белорет медицина колледжы етәксеһе Азат Хамматов, Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының Белорет филиалы директоры Ирина Станкевич сәләмләне. Ҡунаҡтар шулай уҡ уҡыу йорто коллективын, студенттарҙы белем усағының юбилейы айҡанлы тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙеләр.

Ике осҡа ҡоролған башҡорт тирмәләре, ҡул эштәре оҫталарының рәт булып теҙелеп киткән күргәҙмә-йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре, дәртле йыр-моң,  ҡайнар сәй, тәм-том, фотозоналар... Колледж территорияһында гөрләп торған иркен стадион, ысынлап та, иң халыҡсан байрамдарҙың береһе - Һабантуйҙы хәтерләтте. Командалар уҙышы рәүешендә ойошторолған спорт-күңел асыу сараһында барыһы ла ихлас ҡатнашты. Күмәкләп оҙон бау аша һикереү, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу, тоҡ менән һуғышыу кеүек традицион ярыштар ҡатнашыусыларҙың да, тамаша ҡылыусыларҙың да кәйефен күтәрҙе.

Райондың иң шәп уғатарҙарының береһе Айгөл Ғәлиуллина үткәргән традицион яндан уҡ атыу буйынса ярыш та ҡыҙыу барҙы. Ҡулдарына тәүге тапҡыр был ҡорал төрөн тотҡандар өсөн ул оҫталыҡ дәресе булһа, уҡ ата белгәндәргә иһә сираттағы мәргәнлекте һынау мөмкинлеге ине.

ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомобиль мәктәбе менән берлектә ойошторолған  “Хәрби мөйөш”тә командалар Калашников автоматын һүтеп-йыйҙы. Автомәктәптең начальник урынбаҫары Илфат Байтурин билдәләүенсә, студенттар хәрби күнекмәлә һынатмаған, етеҙлектәре, оҫталыҡтары менән һоҡландырған. Был майҙансыҡта шулай уҡ ДОСААФ музейында һаҡланған Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һәм заманса ҡорал өлгөләре, хәрби экипировка күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре ҡорған күркәм тирмә башҡорт халҡының боронғо көнитмешен, милли үҙенсәлеген, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен күҙ алдына баҫтырҙы. “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә эшмәкәрлек иткән “Аҡтамыр” халыҡ  клубының биҙәү-көнкүреш әйберҙәре, ҡорама-кейеҙҙәре, аутентик кейем өлгөләре үҙҙәренең зауыҡлығы, сағыулығы менән таң ҡалдырҙы. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, башҡорт тирмәһенең тарихы, эске торошо менән таныштырҙы.

- Күреүегеҙсә, беҙҙең тирмә шаршау ярҙамында ике өлөшкә бүленгән. Ишектән ингән ыңғайы уңда - ҡатын-ҡыҙҙар яғы, бында бишек, кейем-һалым, биҙәүестәр һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре урынлашҡан. Ишеккә ҡаршы төп урын - ирҙәр яғы йәки түр яҡ. Бында урындыҡ, һандыҡ ҡуйылған. Һандыҡ өҫтөнә ҡабартып мендәрҙәр өйөлгән. Тирмәнең эсе иһә маһирлыҡты, ҡул эштәренә оҫталыҡты сағылдырып, кейеҙ-ҡорамалар, һөлгөләр менән биҙәлгән, - ти Сәғирә Сабирйән ҡыҙы тәфсирле аңлатып.

Экскурсия мәлендә студенттар ҡоролай кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараны, милли костюмдарҙы кейеп, фотоға төштө.

Айзилә Шәғәлина менән Эрик Заһиҙуллин уҙғарған викторина Белорет педагогия колледжы һәм урта профессиональ белем биреү тарихына арналды. Йәштәр бында ла отҡор булып сыҡты - һорауҙарҙың күбеһенә дөрөҫ яуап бирҙеләр. Колледждың III курс студенттары Эльмира Мирсаева һәм Софья Роганова ойошторған квиз иһә аш-һыу һәм косметикаға бәйле белемде һынаны.  

Ниндәй Һабантуй көрәшһеҙ булһын инде - колледждың спорт залында студент халҡы бил бирмәй алышҡан батырҙар өсөн янып-көйҙө.  

“Студент Һабантуйы”н башынан аҙағына тиклем күңелле итеп алып барған талантлы яҡташыбыҙ Рөстәм Хәсәновтың йәштәрҙе дәртләндереп, мәрәкәләп, йырлатып-бейетеп тороуы ла байрамды йәмле-йәнле итте.

Рухи берҙәмлекте, физик әҙерлекте, зирәклекте һынаған көсөргәнешле ярыштарҙа бер кем дә һыр бирмәне, шулай ҙа өсөнсө урын менән билдәләнгән II “в”, икенселекте яулаған III “в” һәм иң-иңдәр тип нарыҡланған II “ж” курсы студенттарына етеүсе булманы. Еңеүселәр Дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, татлы приздар менән баһаланды.

Иң мөһиме, көҙҙөң сағыу ҡояшы аҫтында уҙған байрам барыһына ла яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге бүләк итте.

Автор:Нэркэс Сулейманова