Уҡыусыларын сәләмләп, Республика Башлығы Радий Хәбиров уларҙың Шайморатов исемен йөрөтөргә лайыҡлы булыуын һәм легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлеге һәр кемдең йөрәгендә ҡаласағын әйтте, төбәктең мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бындай сараларҙың мөһимлеген билдәләне.
«Генерал Шайморатовтың яҙмышы һоҡланғыс. Башҡортостан, республикабыҙ өсөн ғорурлана алырҙай геройҙарыбыҙ булыуы ҙур бәхет. Тап ошо маҡсат менән беҙ үҙ ваҡытында «йәш шайморатовсылар» кластарын астыҡ. Улар хәрби тарихты өйрәнергә, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең ысын патриоттары булырға теләгән балаларҙы берләштерә. Йәш шайморатовсы булыу – ул айырым яуаплылыҡ. Уның исеме ғүмерегеҙ буйына һеҙҙе оҙатып барыр. Яҡшы уҡырға, яңы белемгә ынтылырға, спорт менән шөғөлләнергә, әлбиттә, патриот булырға кәрәк. Был көн һеҙҙең хәтерегеҙҙә, ата-әсәйегеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың хәтерендә ҡалыр тип ышанам. Барығыҙға ла уңыштар, тыныслыҡ, именлек һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуын теләйем», – тине Радий Хәбиров.
Сарала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының һәм 21-се мәктәптең IX класс уҡыусылары ҡатнашты. Күптән көтөлгән ваҡиғаға ике көн ҡалғас, һигеҙ пар йәш бейеүсе кураторҙары - Денис Сәмсетдинов һәм Татьяна Абдуллина менән Өфөгә балға әҙерләнергә юлланды. Колонна залында профессиональ хореографтар менән репетициялар улар өсөн ысын һынау, шул уҡ ваҡытта ҡыуаныслы ла була, сөнки һәр аҙым, һәр хәрәкәт тырышлыҡ ҡына түгел, ә илһам да талап итә.
Йәш шайморатовсылар башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев һәм Рим Хәсәнов көйҙәре аҫтында башҡорт вальсын, полонезын, ландлерҙы бик матур башҡарҙы. Йәнле оркестр, бал күлдәктәре һәм вальс хәрәкәттәре ҡатнашыусыларҙы ла, тамашасыларҙы ла ысын бал атмосфераһына сумдырҙы.
Шайморатовсылар балы Ватанды һаҡлаусылар йылына, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле көнөнә арналды. “Йәш шайморатсылар балы”на ярашлы 11 уҡыусыға «Йәш шайморатовсы» почет билдәләрен тапшырҙы. Был балалар уҡыуҙа ғына түгел, төрлө ижади һәм ғилми конкурс-олимпиадаларҙа, шулай уҡ хәрби-спорт ярыштарында, уйындарында призлы урындар яулай. Бынан тыш, улар йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр хәрәкәттәре һәм йәмәғәт проекттары эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Бүләкләнеүселәр араһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының шайморатовсыһы Азамат Сәлихов та бар, ул III дәрәжә "Йәш шайморатовсы" Почет билдәһенә лайыҡ булды.
“Йәш шайморатсылар балы” сағыу ваҡиға ғына түгел, ә берҙәмлек, ижад һәм яңы үрҙәргә ынтылыш билдәһе булып , ҡатнашыусыларҙың онотолмаҫ хәтирәләр һәм киләсәктәге ҡаҙаныштар өсөн илһам ҡалдыра.