Егәҙе мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Илгизәр Зарипов киләсәккә һөнәр һайлаған да инде. Медицина юлын һайлаған ике ағайынан айырмалы, ул әсәһе Розалия Радик ҡыҙы кеүек уҡытыусы буласаҡ. Үҙе яратҡан һәм район, республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа еңеү килтергән география, тарих фәндәренән (әгәр ҙә пландары үҙгәреп китмәһә) белем бирәсәк үҫмер. Ә әлегә ул тыуған мәктәбе намыҫын төрлө конкурс-олимпиадаларҙа лайыҡлы яҡлай һәм ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән дә инде. Уҡыу алдынғыһы тарих фәне буйынса олимпиаданың республика этабында ла еңеүгә өлгәшкән. Спортты ла ярата. Бигерәк тә, футбол ҡапҡаһын ышанып тапшыралар уға иптәштәре. Райондың “Йыл уҡыусыһы” исеменә лә лайыҡ булған. Атайҙары Фәнил Зарипов улы менән ғорурланып, ул үҙе бер энциклопедия, ти.
Олойылға мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы, мәктәп, район кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыу алдынғыһы Аделина Мөсәлимова ла төп республика Шыршыһынан яҡшы тәьҫораттар, яңы таныштар, яңы йыл мажараһы көтә.
Эйе, ябай балаларға ғына бирелмәй республика Башлығы Шыршыһында ҡатнашыу бәхете. Бының өсөн яҡшы уҡырға, төрлө кимәлдәге конкурс-олимпиадаларҙа, ярыштарға ҡатнашырға, еңеүсе булырға ла кәрәк. Спортта һәм йәмәғәт тормошонда алдынғы уҡыусылар, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар балалары саҡырыласаҡ. Махсус хәрби операция башланғандан алып был исемлеккә яугирҙарҙың һәм һәләк булғандарҙың балалары ла өҫтәлде.
Ҡаланың Мәктәптән тыш эштәр үҙәгендә мәктәп алдынғыларын, республика Шыршыһында ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов һәм мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова ла сәләмләне, изге юлдар, күңелле ялдар теләне.
- Һеҙгә көнләшәм, ике көн дауамында һеҙҙе ҡыҙыҡлы саралар, осрашыуҙар көтә, - тине район етәксеһе Азат Салауат улы. – Бындай мөмкинлек барыһына ла бирелмәй. Республикабыҙҙың ҙур һәм күп милләтле икәнлеген күрәсәкһегеҙ, яңы дуҫтар табасаҡһығыҙ. Иҙел башын лайыҡлы күрһәтерһегеҙ, тип ышанам. Яңы йыл кәйефе, уңыштар теләйем.
Башҡортостан Башлығы шыршыһына быйыл ҡала һәм райондың 23 уҡыусыһы - ҡаланың 10-сы мәктәбе уҡыусыһы Данияр Хәйруллин, 14-се гимназиянан Анастасия Пудинова, Асы мәктәбенән Мират Йосопов, Үрге Әүжән мәктәбенән Степан Серегин, Егәҙе мәктәбенән Илгизәр Зарипов, Йөйәктән Айгөл Ялалова, Инйәрҙең 1-се мәктәбенән Инсаф Сәйәпов, 2-се мәктәбенән Ислам Ғәлиәкбәров, Ҡағы мәктәбенән Марианна Варфоломеева, Мәхмүт мәктәбенән Зилә Хилаева, Олойылға мәктәбенән Аделина Мөсәлимова, Исмаҡайҙан Иҙел Ишбулатов, Ишле мәктәбенән Олеся Аксенова, 17-се гимназиянан Виолетта Солодовник, Манышты мәктәбенән Данила Сәлимов, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән Михаил Николаев, Тимофей Мартуков, Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре Александр Йосопов, Григорий Кимирилов, Йәш натуралистар үҙәгенән Арсений Гайназаров, Роберт Хужаев, Белорет коррекцион мәктәбенән Вадим Зарипов һәм Үрге Әүжән мәктәп-интернатынан Айгизә Зәйнишева юлланды.
Йәш белореттарҙы республика Башлығының төп Шыршыһынан тыш, “Патриот” хәрби-патриотик паркына сәйәхәт һәм башҡа йөкмәткеле саралар көтә.
Автор фотоһы.