Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2025, 14:26

Ҡошто – оя, илде йола тота

Балаларҙы милли байрамдар менән таныштырыу бөгөнгө көндә лә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған боронғо педагогик алымдарҙың береһе. Йола фольклоры аша  кескәйҙәр тыуған ере һәм уның тәбиғәте,  халҡының үткәне һәм хәҙерге тормошо – кәсеп-һөнәрҙәре, аш-һыуы, кейем-һалымы, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, сәнғәт, ижад өлгөләре менән таныша, күңелдәрендә туған халҡының мәҙәниәте һәм тарихы менән ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу тойғолары үҫә.

Ҡошто – оя, илде йола тота
Ҡошто – оя, илде йола тота

18 декабрь көнө “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы  йола байрамдары аша халыҡ мәҙәниәтенә йәлеп итеү” темаһына муниципаль семинар-практикум уҙҙы. Балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльвира Рамазанова сараны асып, йола байрамдарының бала тормошонда мөһим роль уйнауын әйтеп китте һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында был эштең нисек алып барылыуы тураһында  ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Тәрбиәсе Гөлназ Әпҡәдирова үҙенең белем һәм тәрбиә эшендә ошо йүнәлештә нисек эшләүе хаҡында доклад менән сығыш яһаны. “Бал ҡорто” мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Зәлиә Ғәйфуллина, Рәзилә Осинская, физик тәрбиә биреү инструкторы  Ғәзимә Орел һәм балалар килгән ҡунаҡтарға   “Балаға исем ҡушыу” йолаһын сәхнәләштерҙе. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар “Ҡояшҡай” төркөмөндәге “Башҡорт халҡының милли биҙәүестәре” мини-музейына сәйәхәт ҡылды. Музей етәксеһе Зөлфиә Сәлихова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эшенә оҫта булыуы, борон кис ултырып,  төрлө биҙәнеү, көнкүреш  әйберҙәре эшләүҙәре тураһында  һөйләп китте  һәм башҡорттарҙың киң милли биҙәү элементы – суҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

Тәрбиәсе  Әлиә Мәзитова “Кейеҙ баҫыу” йолаһы аша балалар менән ниндәй эштәр башҡарғаны тураһында үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡандан һуң, кейеҙгә милли биҙәк һалып нисек түшәк эшләү серен ҡунаҡтарға ла өйрәтте. “Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы” тигән кеүек, килгән ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән. Сермән балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең “Күлдәк ҡотлатыу” йолаһын күрһәтеүе семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Эшлекле сарала алдан иғлан ителгән муниципаль видео-конкурсҡа ярашлы,  “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығындағы  “Килен төшөрөү”  йолаһының видео яҙмаһын ҡарау, шулай уҡ тәрбиәселәрҙең тәғәйен темаға ярашлы дидактик материалдар, әсбабтар күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Семинар-практикум тәрбиәслеләрҙең түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыуы, тәжрибә һәм тәьҫораттар уртаҡлашыуы менән тамамланды.

Зөлфиә СӘЛИХОВА,

тәрбиәсе.

Автор:
Читайте нас