Республика федераль проект буйынса булдырылған белем биреү һәм белем биреү-производство кластерҙары һаны буйынса илдә лидер булып тора, тип билдәләне ул. Төбәктә 19 кластер эшләй, 2026 йылда тағы һигеҙҙе асыу планлаштырыла. Шулай итеп, улар йәмғеһе 27 була.
«Профессионалитет» программаһы колледж һәм техникум студенттарына реаль эшкә тиҙерәк һәм яҡшыраҡ әҙерләнергә ярҙам итә.
Мәҫәлән, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының 4-се курс студенты Карина Кислицына башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға йыйына. Ике йыл инде ул Өфөнөң 1-се лицейында практика үтә.
«Был «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проектының нисек эшләүенә яҡшы миҫал булып тора. Карина уҡыған Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы «Педагогик компетенциялар үҙәге» белем биреү кластерына инә. «Профессионалитет» ярҙамында бында заманса «Балалар баҡсаһы» һәм «Башланғыс мәктәп» симуляция кабинеттары, лабораториялар һәм башҡалар эшләй», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда бындай уҡытыу форматы популяр була бара. Федераль ярҙам һәм предприятие-партнерҙар булышлығында колледждар – яңы ҡорамалдар, студенттар – практик күнекмәләр һәм тыуған республикаһында эшкә урынлашыу өсөн гарантия, ә предприятиелар шунда уҡ эшкә тотонорға әҙер яңы белгестәр ала.
6 апрелдә республикала һөнәри йүнәлеш биреү кампанияһы башлана. Колледж студенттары мәктәп уҡыусыларына үҙҙәренең һөнәрҙәре тураһында һөйләһә, ата-әсәләр һәм балалар өсөн предприятиеларға экскурсиялар ойошторола. 18 апрелдә республиканың барлыҡ колледждарында Берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.