Сара рус телен белеү кимәлен объектив баһаларға һәм күләмле белем биреү хәрәкәтенең бер өлөшө булырға теләгән мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, уҡытыусыларҙы, бизнес вәкилдәрен һәм төбәктәге бөтә халыҡты берләштерәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, акцияла ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта, шулай уҡ төбәк мәғлүмәт порталдары һәм мәҙәниәт учреждениелары аша теркәлергә кәрәк.
Рәсми сайтта офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн үҙеңә ярашлы майҙансыҡ һайларға мөмкин. «Тоталь диктант» акцияһы 18 апрелдә Өфө ваҡыты менән 13:00 сәғәттә башлана. «Тоталь диктант»та онлайн-форматта ла ҡатнашырға мөмкин.
18 апрелдә көн дауамында теләге булғандарҙың барыһы ла сайтҡа инеп, онлайн форматта индивидуаль диктант яҙа ала. Майҙансыҡтар Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Бөрөлә, Мәләүездә, Ишембайҙа, Туймазыла һәм башҡа ауыл, ҡалаларҙа ойошторола. Тәүге «Тоталь диктант» 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары менән уҙғарылған. 2025 йылда сара, 1,3 миллиондан ашыу кешене берләштереп, бөтә ҡитғаларҙағы 112 илде үҙ эсенә алды.
«Тоталь диктант» проекты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Фәнгә тоғролоҡ өсөн» һәм «Мөмкинлектәр иле» номинацияһында премияларына лайыҡ, был уның алдынғы ирекмәнлек хәрәкәте булараҡ статусын һыҙыҡ өҫтөнә ала. «Тоталь диктант» - ойоштороусыларҙың көсө менән партнерҙар, бағыусылар, грант биреүселәр ярҙамында тормошҡа ашырылған йәмәғәт башланғысы. 2026 йылда «Тоталь диктант» Президент гранттары фонды булышлығында уҙа.
Акцияны ойоштороусы һәм уның хужаһы - «Тоталь диктант» граждандарҙың тел мәҙәниәтенә булышлыҡ итеү фонды. «Тоталь диктанттың» төп принциптары: ҡатнашыусыларҙың иреклеге, бушлайлығы, анонимлығы, тикшереүгә профессиональ ҡарашы, ваҡыт, текст, уҙғарыу тәртибе һәм тикшереү критерийҙарының берҙәмлеге. Башҡортостанда «Тоталь диктант» – ул дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен белеүҙе тикшереү генә түгел, дөйөм Рәсәй мәҙәни диалогына ҡушылыу мөмкинлеге лә.
Башҡортостан тел төрлөлөгөн һаҡлауға һәм граждандар берҙәмлеге, интеллектуаль үҫеш һәм социаль мобиллек нигеҙе булараҡ рус теленең статусын нығытыуға йүнәлтелгән проекттарҙы һәр саҡ хуплау яғында.