Мәғариф
1 Сентября , 11:18

Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Бөгөн республикала ярты миллиондан ашыу бала парта артына ултыра. Уларҙың 41 меңе – тәүге тапҡыр.

Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға, ата-әсәләргә һәм педагогтарға яңы уҡыу йылы башланыуы айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡотлау уның рәсми социаль селтәрҙәрендә баҫылған.

«Башҡортостандың бөтә уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын иң тулҡынландырғыс байрам – Белем көнө менән ҡотлайым», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы беренсе класс уҡыусыларына – яҡшы уҡыуҙарын, яңы дуҫтар табыуҙарын һәм сағыу тәьҫораттар, өлкәнерәктәргә үҙ-үҙҙәренә ышаныуҙарын һәм ныҡлы белем алыуҙарын теләне. Сығарылыш кластары уҡыусыларына имтихандарға яҡшы әҙерләнергә кәрәк, алда уларҙы һөнәр һайлау һәм яңы, оло тормош көтә, тине Радий Хәбиров.

«Ҡәҙерле балалар, хыялланыуҙан ҡурҡмағыҙ, спорт һәм ижад менән шөғөлләнегеҙ, үҙегеҙҙе эҙләгеҙ һәм табығыҙ. Был иң яҡшы осор», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров өлкәндәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. 

«Ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға ихтирамымды белдерәм. Тәрән аҡылығыҙ, сабырлығығыҙ һәм балаларҙы яратыуығыҙ өсөн. Байрам менән!» — тине БР Башлығы.

Автор:
Читайте нас