Мәғариф
15 Октября , 11:07

"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр

14 октябрҙә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы базаһында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр
"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр

Быйылғы уҡыу йылында район-ҡалала йәнә биш класс - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының V “б” һәм VI “а” Белорет лицей-интернатының VI “б”, 21-се мәктәптең V “г”, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең V класс уҡыусылары халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шаймортов исемен йөрөтөү хоҡуғына эйә. Әлеге көндә муниципалитетта йәмғеһе 8 Шайморатов класы бар. 
Иҫтәлекле тантанала уҡыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар - мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Нелля Польщикова, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды етәксеһе Татьяна Борисова, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариаты хеҙмәткәре, махсус хәрби операция ветераны, өлкән лейтенант Рафаэль Хажин, махсус хәрби операция ветераны Юрий Маврин тәбрикләне. Уларҙың барыһы ла йәш шайморатовсыларға изге теләктәрен еткереп, илебеҙҙең ҡаһарман улы исеменә тап төшөрмәҫкә, һынауҙарҙан ҡурҡмаҫҡа, намыҫлы, өлгөлө, илһөйәр рухлы булырға өндәне.  
Сараның төп өлөшөндә иңдәрендә тыуған республика, ил киләсәге өсөн оло яуаплылыҡ тойған, илһөйәрлек рухы менән янған һәр бала, дәррәү вә ғорурлыҡ менән, “шайморатовсы” исемен лайыҡлы йөрөтөргә, “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!” девизына тоғро ҡалырға ант бирҙе. 
Ә инде Белорет лицей-интернатының IX Шайморатов класы уҡыусыларының “Беҙҙең ил” һәм бергәләп башҡарған “Шайморатов генерал” йырҙары иҫтәлекле ваҡиғаны тағы ла йәнлерәк вә рухлыраҡ итте.

"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр
"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр
"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр
"Шайморатовсы" исемен ғорур йөрөтөрҙәр
Автор:Нэркэс Сулейманова