Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 15:44

Халыҡ исемен лайыҡлы йөрөтәләр

1 апрелдә милли театрҙарҙың "Алтын тирмә" төбәк-ара фестивале сиктәрендә, Инйәр Район мәҙәниәт йортоноң "Елмерҙәк", ҡала Мәҙәниәт һарайының "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театрҙары һәм тағы ла дүрт коллектив халыҡ исемдәрен яҡланы.

Халыҡ исемен лайыҡлы йөрөтәләр
Халыҡ исемен лайыҡлы йөрөтәләр

Инйәрҙәр жюри һәм тамашасы хөкөмөнә Наил Ғәйетбайҙың "Аты барҙың, дәрте бар" комедияһын сығарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәғилә Мырҙағәлина ҡуйған әҫәр ролдәрен театрҙың алыштырғыһыҙ һәүәҫкәрҙәре - Рәфил Иҙрисов, Рафаил Сәлихов, Әлиә Саматова, Клара Вәлиева, Рөстәм Фәйзуллин һәм Лена Алсынбаева башҡарҙы.

Ә бына ҡаланың Мәҙәниәт һарайының "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры "Башҡорт туйы" драмаһын сәхнәләштерҙе. Гөлнара Ғилманова етәкләгән халыҡ театры был көндә икеләтә ҡыуаныс кисерҙе. Беренсенән, "Ирәмәл"дәр "Алтын тирмә"лә гран-при яулап, республика ғына түгел, башҡа төбәк театралдарын Иҙел башында ҡабул итһә, икенсенән, күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан, уларҙың һөйөүен яулаған театр ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Шуға ла "Башҡорт туйы" әҫәре менән халыҡ театры исемен яҡлап ҡына ҡалманы, ҡотлауҙар ҙа ҡабул итте.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр буйынса төп белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина үҙешмәкәр артистарҙың уйнауын баһалап ҡына ҡалманы, "Ирәмәл"дәргә изге теләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

"Бөгөн һеҙҙә оло байрам. Халыҡ театрына - 50 йыл. Ошо ярты быуат эсендә күпме кеше тәрбиәләнгән, театр сәхнәһендә күпме быуын уйнаған һәм күпме кеше илһам алған, яҙмышын хәл икән, күпме тамашалар ҡуйылған. Бөйөк илаһи көскә эйә ул - театр. Спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы Гөлнара Насретдин ҡыҙының ижади һөнәр оҫталығы ҡуйған спектаклдәре аша күренә лә инде. Театрҙың кимәле юғары һәм һеҙ лайыҡлы рәүештә халыҡ театры тигән юғары исемде тағы ла бер тапҡыр раҫланығыҙ. Ижади уңыштар, матур спектаклдәр теләйем", - тине Тәнзилә Сәғит ҡыҙы һәм театр коллективына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ, Рәхмәт хаттары менән Гөлнара Ғилманова, режиссер ярҙамсыһы Азат Баҡыев билдәләнде.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге тәүге наградаһын - "Халыҡ театрының атҡаҙанған артисы" исемен булдырҙы. Был исемдәргә театр сәхнәһендә күп йылдар тамашасыһын ҡыуандырған һәүәҫкәрҙәр - Фәриха Вәлиуллина, Динә Шәйәхмәтова, Мансур Һиҙиәтов һәм Наил Хәмзин лайыҡ булды. Театр коллективын район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Артур Ибраһимов һәм дуҫтары ҡотланы. Һәүәҫкәр артистарға башҡорт ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Белорет район Советы, Мәҙәниәт һарайының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Май айында Иҙел башы "Алтын тирмә" төбәк-ара фестивален үҙ ерлегендә ҡабул итә. "Ирәмәл" халыҡ театры хужа булараҡ "Башҡорт туйы"н бөтә матурлығында башҡаларға күрһәтәсәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: