Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
3 Май 2022, 21:26

Ер хәтере - ил хәтере

Бөгөн белореттар "Ер хәтере" республика марафонында ҡатнашты. Улар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ алдылар.

Ер хәтере - ил хәтере
Ер хәтере - ил хәтере

Был акцияны тәүгеләрҙән булып Белорет ҡалаһы ҡабул итте. Әйткәндәй, ул тантаналы саралар үткән туғыҙ үҙәктең береһе буласаҡ. Һалдат каскаһына тупраҡ һалыу тантанаһы Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек ут янында үтте.

- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вафат булғандарға ҡуйылған һәйкәлдәр, мемориал һәм обелискылар территорияларынан тупраҡ менән гильзалар бөтә республика буйынса йыйыласаҡ. Бөгөн беҙҙә данлы традициялар дауам итә, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Беҙҙең батырҙар беҙҙе яҡлауҙы дауам итә. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай, - тип сәләмләне акцияла ҡатнашыусыларҙы Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Алибәков.
Гильзаға изге ерҙе һалыуҙа төрлө йылдарҙа хәрби хәрәкәттә булған хәрбиҙәр ҡатнашты. Бөрйән, Әбйәлил, Учалы, Белорет райондары һәм Межгорье ҡалаһы вәкилдәре бер минут тынлыҡ  менән яуҙа азатлыҡ өсөн башын һалған батырҙарын иҫкә алды һәм изге ерҙе һыбайлыларға тапшырҙы.

Шулай итеп, марафон барышында республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан тупраҡ йыйыласаҡ. 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: