Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
6 Май 2022, 14:01

Һәр ветеранға ихтирам менән

Белорет металлургия комбинатында Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланған саралар үтә. Быйыл байрамды комбинатта эшләп киткән 2 Бөйөк Ватан һуғышы һәм 80 тыл ветераны ҡаршылай.

Һәр ветеранға ихтирам менән
Һәр ветеранға ихтирам менән

9 май байрамы алдынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар предприятиенан адреслы ярҙам алды. Белорет металлургия комбинатының идарасы директоры Сергей Федоров һәм ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин фронтовиктарға барып, комбинат коллективы исеменән бүләктәр, ҡотлау открыткалары тапшырҙы. Бынан тыш, тыл ветерандары аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алды.
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған металлургтар иҫтәлегенә ҡуйылған стела янында митинг үтте. Ветерандарҙы БМК, муниципаль район хакимиәте етәкселеге, комбинаттың ветерандар советы һәм профсоюз комитеты ҡотланы.

Еңеү көнөндә металлургтар ғаиләләре менән “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһында һәм башҡа тантаналарҙа ҡатнашасаҡ.
Фронтҡа киткән 6,5 мең Белорет металлургының 2,5 меңе яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаған. 4 меңгә яҡын предприятиеһы эшсеһе орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: