Үҙәнбаш ауылы элекке урман ҡырҡыусы эшселәр ҡасабаһы. Заманында бында халыҡ та күп йәшәне, тормош та гөрләп торҙо. Әле ауылда ҙур, заманса төҙөлгән мәктәп эшләй. Иҫке булһа ла клуб бар. Унда бик егәрле, уңған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ауылға ағинәйҙәр ойошмаһы йән өрҙө.
Мәктәптә көслө уҡытыусылар коллективы уҡыусыларға белем бирә. Мәктәп Үҙәнбаш ауылына нур бөркөп, балҡып ултыра, шундай матур, күркәм. Үҙәнбашта мәктәп, клуб, китапхана менән берлектә Үлемһеҙ полк үтте. Мәктәптә Еңеү көнөнә арналған митинг, һуңынан бай программалы концерт булды, һуғыш балаларына, тыл, хеҙмәт ветерандарына сәй табыны ойошторҙолар. Ололар хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Илгә 77-се Еңеү йылы етә. 9 Май - Еңеү көнө, илебеҙҙең бөйөк байрамы!
Тулы мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.