Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Май 2022, 13:56

Шығай ауылында Герой иҫтәлегенә арналған традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы

Шығай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдиновтың иҫтәлегенә 31-се традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы. Быйыл был ярышта йәмғеһе 17 команда үҙ көсөн һынаны.

Шығай ауылында Герой иҫтәлегенә арналған традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы
Шығай ауылында Герой иҫтәлегенә арналған традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы

Көсөргәнешле бәйгелә, үҙенең йәш категорияһында, I урынды эстафетала тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Үҙәнбаш дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы яуланы. Төп белем биреү мәктәптәре араһында I урынға – Боғанаҡ, II урынға – Үткәл, III урынға Олойылға мәктәп командалары сыҡһа, урта мәктәптәр араһында I урынды – Тимер юл,  II урынды – Сермән мәктәбенең 1-се командаһы, III урынды Абҙаҡ командалары бүлеште. Урта махсус белем биреү учреждениелары араһында I урын – Белорет педагогия колледжының 1-се командаһына, II урын Белорет педагогия колледжының 2-се командаһына, III урын Белорет металлургия колледжы командаһына бирелде. Еңеүселәр Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр һәм Кубок менән наградланды.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: