Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Май 2022, 12:05

Бер ветеран өсөн парад

Бөгөн муниципаль район хакимиәте район-ҡалала йәшәүсе 8 Бөйөк Ватан һуғышы, төрлө хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветеранды ошондай форматта ҡотлай. Бөгөнгө көндә улар Үрге Әүжән, Ҡағы, Үҙән, Ҡаһарман ауылдарында, Белорет ҡалаһында йәшәй.

Бер ветеран өсөн парад
Бер ветеран өсөн парад

Байрам тантанаһында муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, ауылдар хакимиәттәре башлыҡтары ҡотланы. Мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры, төрлө ғәскәрҙәр ветерандары, ирекмәндәр һәм башҡалар ҡатнашты.

Шулай уҡ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм  Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Павлович Фадеевта ла булып, ветеранды Еңеү байрамы менән ҡотланылар.

Ветеранға 97 йәш. Ул Рейстагҡа тиклем барып етә. Күп кенә хәрби орден-миҙалдар менән наградланған. Тормош иптәше менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Йәл, ветерандарыбыҙ йылдан-йыл әҙәйә. Белоретта өс ветеран ғына ҡалған. Шуға ла уларға хөрмәт, ихтирам күрһәтеп өлгөрөргә тырышабыҙ, - тип яҙҙы Премьер-министры урынбаҫары социаль селтәрҙәре сәхифәһендә.   

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: